ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
10 Июнь 2020, 17:59

Коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ арта

2020 йылдың 1 июненән коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡты индексациялау тураһында мөрәжәғәттең күп булыуы сәбәпле, Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитеты 2020 йылдың 1 июленән хаҡтың планға ярашлы үҙгәрәсәген белдерҙе.

Федераль кимәлдә халыҡты яҡлау маҡсатында 2020 йылда Рәсәйҙең һәр төбәге буйынса түлә- күләменең үҙгәреү индексын билдәләү ярҙамында граждандарҙың йылытыу, газ, һалҡын һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү кеүек коммуналь хеҙмәттәр өсөн индергән түләүен сикләү тәжрибәһе дауам ителә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың тәүге ярты йыллығында Башҡортостандың коммуналь хеҙмәттәр өсөн тарифы 2019 йылдың декабре кимәленән артманы, йәғни 2020 йылдың 1 ғинуарынан элекке кимәлдә ҡалды. 2020 йылдың 1 июленән Рәсәй Хөкүмәте бойороғона ярашлы республика өсөн халыҡтың коммуналь хеҙмәттәр өсөн индергән түләүенең уртаса үҙгәреү индексы 3,6 процент кимәлендә билдәләнде, күрһәтелгән индекс дәүмәленән 2 процент кимәлендә тайпылыш булыуы ихтимал. Йомғаҡлап әйткәндә, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү 5,6 процентҡа артырға мөмкин.
Башинформ мәғлүмәттәре файҙаланылды.
Фото Интернеттан.
Читайте нас: