ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
10 Июнь 2020, 17:14

Мәҙәниәткә иғтибар арта

Ил Башлығы Владимир Путин рус теле көнө уңайынан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән видеоконференция аша аралашты. Ул иҡтисадты һәм социаль тармаҡты тергеҙеү менән бер рәттән милли планға мәҙәни мәсьәләләр индереләсәге хаҡында белдерҙе.

Һөйләшеүҙә байтаҡ мәҙәниәт учреждениеһы, ижади коллектив етәкселәре ҡатнашты. Улар Президентҡа үҙ фекерен, тәҡдимен, теләген еткерҙе. Белеүебеҙсә, коронавирусҡа бәйле мәҙәни усаҡтар ябылып торғайны. Шул сәбәпле тармаҡ килемһеҙ ҡалды.
- Бөгөнгө һөйләшеү буйынсабар тәҡдимдәр ҙә ҡараласаҡ һәм мәҙәниәт тармағын үҫтереүгә иғтибар артасаҡ, тине Владимир Путин. Һөҙөмтә буйынса «Мәҙәниәт» милли проектына үҙгәрештәр индерергә тигән ҡарар ҡабул ителде.
Башинформ мәғлүмәттәренә таянып әҙерләнде.
Фото Интернеттан
Читайте нас: