ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Июнь 2020, 14:14

Хәтер мәңге һаҡлар был көндө...

1941 йылдың 22 июне... Ил тарихына ҡанлы хәрефтәр менән яҙылған был көн - Рәсәй халҡы өсөн Хәтер һәм ҡайғы көнө.

1941 йылдың 22 июне... Ил тарихына ҡанлы хәрефтәр менән яҙылған был көн - Рәсәй халҡы өсөн Хәтер һәм ҡайғы көнө. Беҙҙең республика Бөйөк Ватан һуғышына 700 меңгә яҡын ул һәм ҡыҙын оҙата. Азатлыҡ өсөн көрәштә уларҙың күбеһе яу ҡырынан әйләнеп ҡайтмай. Оҙаҡ дүрт йылға һуҙылған аяуһыҙ алышта миллиондарса кешенең ғүмере өҙөлә.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡаһармандарҙың, тыл ветерандарының батырлығын иҫкә алыу көнөндә ҡаланың «Мәңгелек ут» монументына сәскәләр һалыу тантанаһы үтте. Унда район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков, Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Олег Тройно һәм башҡалар ҡатнашты.
Читайте нас: