ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
23 Июнь 2020, 20:43

25 июндән алдан тауыш бирергә мөмкин

25 июндән тауыш бирергә мөмкин, төп һайлау көнө - 1 июль.Фото: http.mfc-74.ru

Мәләүез районында 1 июлдә Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүгә бәйле участка һайлау комиссияһы эш башланы. Был сәйәси сара бер аҙнаға һуҙыла, 25 июндән тауыш бирергә мөмкин, төп һайлау көнө - 1 июль. Участка һайлау комиссиялары өсөн уҡыуҙар уҙғарылды. Әҙерлеккә, айырыуса хәүефһеҙлек сараларына айырым иғтибар бирелде. 1 июлдә лә һаҡлыҡ сараларын күҙәтеү мотлаҡ. Ул көндә һәр кемгә үҙ фекерен белдерергә хоҡуҡ бирелә. Һайлау комиссияһы агитация менән шөғөлләнмәй, граждандарға мәғлүмәт бирә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә беҙҙең бөйөклөгөбөҙ граждандарыбыҙҙың лайыҡлы йәшәү кимәле менән билдәләнә тип әйтелеүе осраҡлы түгел. Быны Конституцияға индереләсәк үҙгәрештәр ҙә дәлилләй.
фото:http.mfc-74.ru
Читайте нас: