ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
30 Июнь 2020, 16:40

Район мөһим сараға әҙер

1 июлдә Рәсәйҙә Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү уҙғарыла. Бөтә Рәсәй берҙәм тауыш биреү көнөн һайлау участкалары етди әҙерлек менән ҡаршылай.

1 июлдә Рәсәйҙә Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү уҙғарыла. Бөтә Рәсәй берҙәм тауыш биреү көнөн һайлау участкалары етди әҙерлек менән ҡаршылай.
Беҙҙең районда бөтәһе 58 участка иҫәпләнә, бөгөн уларҙың барыһы ла мөһим сараға тулыһынса әҙер. 25 июндән алдан тауыш биреү мөмкинлеге ҡаралған.
Коронавирус инфекцияһына бәйле барлыҡ участкаларҙа ла хәүефһеҙлек талаптарына, санитар нормаларға айырым иғтибар бүленә. Улар кәрәкле дезинфекция саралары, бер тапҡыр ҡулланыла торған битлектәр, бирсәткәләр менән тәьмин ителгән.
Рәсәй Президентын, Федераль Йыйылыштың Дәүләт Думаһын, Башҡортостан Башлығын һайлауҙағы кеүек, илдең төп законы - Конституцияға төҙәтмәләр индереү сараһында ла халыҡ әүҙем ҡатнашасаҡ, тип көтөлә.
Читайте нас: