ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
2 Июль 2020, 16:50

Беҙҙекеләр был юлы ла әүҙемлек күрһәтте

Берҙәм Рәсәй тауыш биреү көнөндә беҙҙең районда иртәнге 8-ҙә барлығы 58 тауыш биреү участкаһы эш башланы. Уларҙың барыһында ла һаҡлыҡ сараларына айырым иғтибар бүленде.

Республикала Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙә 3 миллион 40 мең самаһы кеше тауыш биреү хоҡуғына эйә.
Берҙәм Рәсәй тауыш биреү көнөндә беҙҙең районда иртәнге 8-ҙә барлығы 58 тауыш биреү участкаһы эш башланы. Уларҙың барыһында ла һаҡлыҡ сараларына айырым иғтибар бүленде.
Күп профилле һөнәри белем биреү колледжындағы 2558-се тауыш биреү участкаһында бөтәһе 2 меңдән ашыу кеше тауыш бирә. Уларҙың күбеһе 25 июндән, йәғни участка эш башлау менән илдең төп законына төҙәтмәләр индереү өсөн үҙ тауышын биргән. Комиссия рәйесе Әнүәр Баянов халыҡтың Рәсәй өсөн мөһим булған сараға етди ҡарашын, һәр ваҡыттағыса әүҙемлек күрһәтеүен билдәләй. Оло быуын вәкилдәре лә, йәштәр ҙә үҙ гражданлыҡ позицияһын белдергән.
Ҡаланың индустриаль колледжында урынлашҡан 2563-сө һайлау участкаһына 2 меңгә яҡын кеше беркетелгән.
- Коронавирус таралыуына юл ҡуймау маҡсатында, тауыш биреү 25 июндән үк башланғайны. Беҙҙең тауыш биреүселәребеҙ һәр ваҡыттағыса әүҙемлек күрһәтте. 1 июлдә иртәнән алып халыҡ килә башланы. Бәлки, был көндөң ял тип иғлан ителеүе менән дә бәйлелер. Оло быуын вәкилдәре лә, йәштәр ҙә гражданлыҡ бурысын үтәргә ашыҡты,- тип һөйләне һайлау комиссияһы рәйесе Лилиә Козусь.
Участкала тауыш биреүҙең хәүефһеҙ үтеүе өсөн барлыҡ шарттар булдырылғайны.
Тейешле дистанция һаҡланды, комиссия ағзалары махсус кейемдә, ингән кешеләрҙең ҡулдары антисептик менән эшкәртелде, битлек, ручка бирелде.
Читайте нас: