Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
8 Июль 2020, 13:15

Ниәте - сауҙа үҙәге асыу

Һорау ихтыяж тыуҙыра, тиҙәр. Һуңғы арала магазин, сауҙа үҙәктәре күпләп асылһа ла, уларға ихтыяж кәмемәй. Бигерәк тә ауыл ерендә, йүгереп кенә сығып кәрәк әйбереңде алыр өсөн йәшәгән ереңә яҡын кибет булыуы уңайлы.

Һорау ихтыяж тыуҙыра, тиҙәр. Һуңғы арала магазин, сауҙа үҙәктәре күпләп асылһа ла, уларға ихтыяж кәмемәй. Бигерәк тә ауыл ерендә, йүгереп кенә сығып кәрәк әйбереңде алыр өсөн йәшәгән ереңә яҡын кибет булыуы уңайлы. Ергән ҡасабаһында магазиндарға әллә ни ҡытлыҡ булмаһа ла, был йүнәлештә эште дауам итеүселәр бар әле. Районда «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү» милли проекты сиктәрендә байтаҡ эштәр башҡарыла. Сираттағы «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡасабала төҙөләсәк сауҙа үҙәгенең проекты ҡаралды. Уны эшҡыуар Роберт Йосопов тәҡдим итте. Был өлкәлә ярайһы тәжрибә туплаған йүнсел республика буйынса барлығы ун ошондай проектты тормошҡа ашырған. Элеге маҡсатын бойомға ашырыу байтаҡ сығымдар талап итә. Дөйөм инвестициялар күләме 20 миллион һум тәшкил итәсәк, тип күҙаллана.
Проект хуплау тапһа, халыҡ өсөн өҫтәмә ике эш урыны буласаҡ, тип көтөлә.
Район хакимиәте башлығы яуаплы белгестәрҙе эш башларға теләгән эшҡыуарға ярҙам итергә саҡырҙы.
Читайте нас: