ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Июль 2020, 18:36

Ихаталар төҙөкләндерелә

«Башҡорт ихаталары» милли программаһы 2019-2024 йылдарға иҫәпләнгән. Уның маҡсаты - республика биләмәһендәге күп ҡатлы йорттарҙа граждандарға уңайлы шарттар тыуҙырыу. Башҡарылырға тейеш эштәр исемлегенә ихаталарға асфальт түшәү, өҫтәмә парковка урындары булдырыу, спорт һәм уйын майҙансыҡтары урынлаштырыу, йәшелләндереү, сүп-сар контейнерҙарына майҙансыҡтар бүлеү, иҫке эскәмйәләрҙе яңыларына алмаштырыу инә.

Милли программа сиктәрендә беҙҙең районда ла бик күп эштәр башҡарыла. Иғтибар итһәгеҙ, һуңғы арала бығаса ташландығыраҡ булып ятҡан байтаҡ ихаталарға сағыу төҫтәге, заманса балалар майҙансыҡтары урынлаштырылды, йорт алдары тәртипкә килтерелде. Бөгөн программаға ярашлы, ҡаланың 32-се биҫтәһенең 11, 13, 14, 15, 18, 22, 21, 23 йорттары ихаталарында күләмле эштәр алып барыла. Йорт алдары киңәйтелеп, унда асфальт түшәлә, тротуарҙар, машиналар ҡуйыу өсөн өҫтәмә урындар эшләнә, бордюрҙар яңыртыла. Оҙаҡламай балалар һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк, шулай уҡ баскетбол, скейтборд уйындары өсөн айырым урындар буласаҡ. Башҡарыласаҡ эштәр теҙмәһенә ихаталарҙағы яҡтылыҡ ҡоролмаларын алмаштырыу ҙа ингән. Күп ҡатлы йорттар алдындағы иҫке эскәмйәләр яңыларына алмаштырыла.
Төҙөкләндереү эштәрен 1 октябргә тамамлау планлаштырыла. Ҡала урамдары буйлап йөрөгән саҡта, ундағы ыңғай үҙгәрештәрҙе күреп күңел һөйөнә. Республикала эшләп килгән милли программалар сиктәрендә башҡарылған эштәр ҡаланың тышҡы йөҙөн матурларға ярҙам итә. Беҙгә иһә тыуҙырылған күркәмлекте һаҡлап өйрәнергә генә ҡала.
Читайте нас: