ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Июль 2020, 18:28

Йүнселдәргә - айырым иғтибар

Баш ҡалала «Эшҡыуарлыҡты һаҡлайыҡ» тип исемләнгән Халыҡ-ара форум уҙҙы. Уның барышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хабиров илдең Эшҡыуарҙар Хоҡуҡтары буйынса вәкиле Борис Титов менән кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү буйынса һөйләшеү уҙғарҙы.

Республикала бизнесты үҫтереүгә инвистициялар йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бүленә.
Сарала Рәсәй сәйәсмәндәре, Юғары иҡтисад мәктәбе вәкилдәре, эшҡыуарҙар ҡатнашты.
- Беҙ эшҡыуарҙар менән хеҙмәттәшлекте яйға һалыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Бизнесҡа ярҙам һәм уңайлы шарттар тыуҙырыу мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып тора, - тине Башҡортостан Башлығы. - Район һәм ҡалаларҙа даими рәүештә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» уҙып тора. Был саралар республика кимәлендә 2,5 мең сәғәткә яҡын үткән.
Коронавирус пандемияһына бәйле көсөргәнешле осор кисереүгә ҡарамаҫтан, беҙҙең республика үҫешен арттыра бара. Административ баҫымдың кәмеүе һөҙөмтәләренә ярашлы, Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында 38-се урындан 11-се урынға күтәрелгән.
Форум кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын һаҡлау, уларға административ баҫымды кәметеү алымдарын барлауға йүнәлтелде.
Читайте нас: