ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Июль 2020, 18:10

Тест тапшырыу етә

Сит илдән ҡайтыусыларҙа коронавирус булыуы асыҡланһа ғына, граждандар изоляцияла ултырырға бурыслы.Фото:profile.ru

Американан туғандар ҡайтты, унда ла хәл артыҡ ҡыуанырлыҡ түгел. Ҡайтҡас карантинда ятырға кәрәклегенә үҙҙәрен күндереп бөтһәләр ҙә, сит илдән ҡайтҡандар өсөн ике аҙналыҡ изоляция ғәмәлдән сығарылыуына бик шатланған апайҙар. Уларҙың анализы яҡшы булғас тотҡарламағандар, хәҙер кинәнеп тыуған яҡ һауаһын һулайҙар.
"Һаулыҡ" милли проекты буйынса илдә йәшәгәндәрҙең сәләмәтлеген һаҡлау - беренсел бурыс. Ҡайтыусылар Рәсәй биләмәһенә инер алдынан йәки илдә өс көндә коронавирусҡа тест тапшырырға тейеш. Уның урынына антиесемдәр булыуына документ күрһәтергә мөмкин. Әгәр коронавирус булыуы асыҡланһа, граждандар изоляцияла ултырырға бурыслы. Ошондай тест булмаһа, уны үтеү өсөн өс көн бирелә. Эш биреүселәр сит илгә сығырға йыйынған хеҙмәткәрҙәргә ҡайтҡандан һуң коронавирусҡа тикшерелергә кәрәклеге хаҡында иҫкәртергә, шулай уҡ ошо хаҡта белешмәне тикшерергә бурыслы.
Фото:profile.ru
Читайте нас: