ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
30 Июль 2020, 11:38

Подъездар матурлана

Башҡортостанда тирә-яҡты төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән төрлө программалар уңышлы эшләй. Күп ҡатлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау программаһы 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Ошо ваҡыт эсендә ремонт талап ителгән подъездарҙың барыһы ла тәртипкә килтерелер, тип көтөлә.

Башҡортостанда тирә-яҡты төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән төрлө программалар уңышлы эшләй. Күп ҡатлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау программаһы 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Ошо ваҡыт эсендә ремонт талап ителгән подъездарҙың барыһы ла тәртипкә килтерелер, тип көтөлә. Төҙөкләндереүгә ишектәр алмаштырыу, стена һәм түшәмдәрҙе буяу, иҫкергән почта йәшниктәрен, тәҙрәләрҙе, шулай уҡ яҡтыртыу приборҙарын яңыртыу инә. Заманса технологиялар үткән сымдар ҙа махсус тимер ҡумта эсенә йәшерелергә тейеш.
Беҙҙең район һәм ҡала буйынса бөтәһе 1165 подъезд иҫәпләнә. Программа сиктәрендә төҙөкләндерелгәндәренең байтағында эштәр тамамланырға тора.
Октябрь урамында урынлашҡан бишенсе йортта ла ремонт эштәре бара. Туғыҙ ҡатлы был йортта тәҙрәләр алмаштырылған, ишектәр яңыртылған һәм башҡа бик күп эштәр башҡарылған. Оҙаҡламай стеналар буялып, яңы төҫ алыр. Байтаҡ йылдар ремонт күрмәгән подъездар тулыһынса тәртипкә килтерелер, ул йорттарға инеү ҙә күңелле булыр.
Читайте нас: