ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
8 Сентябрь 2020, 13:26

13 сентябрь-һайлау көнө

Был көндә район һәм ҡала, Арыҫлан, Әбет, Иштуған ауыл биләмәләре советтарына депутаттар һайланасаҡ.

Был көндә район һәм ҡала, Арыҫлан, Әбет, Иштуған ауыл биләмәләре советтарына депутаттар һайланасаҡ.
Район буйынса барлығы 62 меңдән ашыу кеше тауыш биреү хоҡуғына эйә. 58 һайлау участкаһы эшләйәсәк, уларҙың 25-е ҡалала, 33-сө ауыл биләмәләрендә урынлашҡан.
Участкалар 2 сентябрҙән эш башланы. Улар 10 сентябрь, көндөҙгө 4-тән киске 8-гә тиклем эшләйәсәк. Ошо осорҙа тауыш биреүселәр исемлек менән танышып, өйҙә тауыш бирергә ризалыҡ һорап, ғариза яҙа. Теге йәки был сәбәп менән йәшәгән урынында тауыш бирә алмаған граждандар бындай мөмкинлектән файҙалана ала.
11,12 сентябрҙә иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем алдан тауыш бирергә мөмкин. Был һайлау участкаларына килә алмағандарға, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәргә лә ҡағыла. 13 сентябрҙә, һайлау көнөндә, ситкә уҡырға, командировкаға киткәндәр ҙә алдан тауыш бирә ала.
Читайте нас: