ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Сентябрь 2020, 11:50

Берҙәм тауыш биреү көнө

Урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдарына депутаттар һайлау тыныс һәм эшлекле шарттарҙа үтте. Күптәр алдан һайлау мөмкинлеген ҡулланған. Мәҫәлән, ҡаланың 2551-се участкаһында төрлө сәбәптән 13 сентябрҙә килә алмаған, әммә гражданлыҡ бурысына яуаплы ҡараған 201 кеше был хоҡуҡ менән файҙаланған. Иртәнге 10-да һайлаусылар исемлегендәге 1980 кешенең 138-е лайыҡлы тип иҫәпләгән кандидатҡа үҙ тауышын биргәйне. Башҡа һайлауҙарҙағы кеүек беренсе булып Сергей Лисафин килгән.

Смаҡ мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 2589-сы һайлау участкаһы үҙ эшен иртәнге 7-лә башланы. Унда Арыҫлан ауыл биләмәһе ауыл советына өҫтәмә һайлау үтте. Дөйөм тауыш биреүселәр һаны - 927. Иртәнге 11-гә һикһәнгә яҡын кеше гражданлыҡ бурысын үтәгән. 264 һайлаусы алдан тауыш биреү мөмкинлеген ҡулланған. Иң беренсе һайлаған Илдар Әлимғужиндың аяғы еңел булған: унан һуң биләмә халҡы иртәнге сәғәттәрҙә дәррәү йыйылған. Ғөмүмән, арыҫландар районда үткән бар сарала әүҙем. Берҙәм тауыш биреү көнөндә лә был ғәҙәттәренә тоғро ҡалдылар.
Бөтә участкаларҙың комиссия ағзалары термометр, бирсәткә, антисептиктар, битлектәр, һаҡлаусы экрандар менән тәьмин ителгән. Биналар Роспотребнадзор талабына ярашлы эшкәртелгән. Һайлаусылар күпләп йыйылған ваҡытта социаль дистанция күҙәтелде. Күҙәтеүселәр ҙә шәхси һаҡлау саралары менән тәьмин ителгән, һайлаусылар өсөн ҡулдарҙы антисептик менән эшкәртеү урыны булдырылған. Битлекһеҙ килгәндәргә бушлай таратылды.
Читайте нас: