Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Сентябрь 2020, 14:24

Ил өсөн мөһим сара-иҫәп алыу

100 йыл элек илдә бөтәһе 136,8 миллион кеше йәшәгән. 2010 йылда - 142,9 миллион, 2020 йылдың 1 ғинуарына -146,7 миллион кеше иҫәпләнгән.

Тәүге тапҡыр халыҡ иҫәбе 1920 йылдың 28 авгусында алына. Граждандар һуғышы осорона тура килгән сара өлөшләтә генә башҡарылһа ла, тап унда алынған мәғлүмәт кешеләрҙең йәшәйешен, психик һәм физик кәмселектәрен, йәшен, хәрби тәжрибәһен күҙалларға мөмкинлек биргән.
100 йыл элек илдә бөтәһе 136,8 миллион кеше йәшәгән. 2010 йылда - 142,9 миллион, 2020 йылдың 1 ғинуарына -146,7 миллион кеше иҫәпләнгән. 2021 йылдың апрель айында уҙасаҡ халыҡ иҫәбен алыу ниндәй күрһәткестәр бирер? Йөҙ йыл эсендә үҙгәрештәр һиҙелерлекме? Уны үткәреүҙә ниндәй заманса технологиялар ҡулланыласаҡ?
1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу Рәсәй тарихында икенсе тапҡыр уҙғарылған сара һанала, беренсеһе унан 23 йыл элек үтә. Ошо ваҡыт эсендә Беренсе донъя һуғышы, Рәсәй империяһының юҡҡа сығыуы кеүек ил тарихында эҙ ҡалдырған ваҡиғалар теркәлә. 1914-1918 йылдарҙағы осорҙа Рәсәй армияһы фронтта 7 миллион кешеһен юғалта. 1897 йылғы иҫәп алыу буйынса илдең иң ҙур 10 ҡалаһында бөтәһе 4,8 миллион кеше йәшәгән, ә 1920 йылда Рәсәй биләмәһендә тик Мәскәү һәм Петроград ҡалалары ғына иҫәпләнә.
1920 йылда иҫәп алыу һуғыш барған Ҡырымда, Алыҫ Көнсығышта, Төнъяҡ Кавказда ойошторолмаһа ла, тап унда алған мәғлүмәттәр илдең революциянан һуңғы йылдарҙағы халыҡ һанын күрһәтә. 1920 йылдың 28 авгусында 136,8 миллион кеше теркәлә, шуның 20,9 миллионы-ҡала халҡы.
Совет осорондағы беренсе иҫәп алыуҙа шәхес, уның йәше, милләте, туған теле, тыуған урыны, сәләмәтлек торошо, һуғышта ҡатнашыу-ҡатнашмау хаҡында мәғлүмәт яҙыла.
Йөҙ йылдан һуң Рәсәйҙә иҫәп алыу цифрлаштырыла. 2021 йылдың апрелендә үтәсәк сара барышында һәр кем үҙе хаҡындағы мәғлүмәтте «Дәүләт хеҙмәте» порталында тултыра ала.
Иҫәп алыусылар иһә уңайлы планшеттар ҡулланасаҡ. Төпкөл райондарҙа мөһим сара быйылғы йылдың октябрендә башлана.
«Халыҡ иҫәбен алыу дәүләткә дөрөҫ сәйәсәт алып барыу, аныҡ ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу өсөн кәрәк. Мәҫәлән, балаларға яңы уҡыу йылы алдынан түләнәсәк пособие тураһындағы закон проекты тәҡдим ителде. Ул маҡсатҡа 200 триллион һум аҡса кәрәгәсәк, сөнки 5 йәштән 16 йәшкәсә бөтәһе 20 миллион бала иҫәпләнә.
Алынған мәғлүмәт һәр төбәктәге сабыйҙар һанын ғына түгел, бындай ярҙамға мохтаж ғаиләләрҙе асыҡларға ла булышлыҡ итәсәк», - ти Г.В. Плеханов исемендәге лаборатория мөдире Елена Егорова.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2021 йылдың 1-ән 30 апрелгә тиклем дауам итә. Сара барышында иҫәп алыусылар махсус программаға көйләнгән планшеттар ҡуллана. Һәр кем «Дәүләт хеҙмәте» порталында үҙ аллы мәғлүмәт бирә, иҫәп алыу участкаларынан тыш, күп функциялы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеү үҙәгендә теркәлә ала.
Читайте нас: