ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
25 Сентябрь 2020, 19:22

Ҡасан тәртипкә өйрәнербеҙ?

Беҙ үҙебеҙ торған ерҙе тәртиптә тотоуҙы кемдеңдер бурысы тип һанайбыҙ, тормоштоң кире күренештәре өсөн хөкүмәтте, етәкселәрҙе әрләргә ғәҙәтләнгәнбеҙ...

Беҙ барыбыҙ ҙа матур тормош хаҡында хыялланабыҙ, таҙалыҡ яратабыҙ, һәр ҡайһыбыҙҙың уңайлы шарттарҙа йәшәгеһе килә. Әммә һаман да үҙебеҙ торған ерҙе тәртиптә тотоуҙы кемдеңдер бурысы тип һанайбыҙ, тормоштоң кире күренештәре өсөн хөкүмәтте, етәкселәрҙе әрләргә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Беҙҙә һәр ваҡыт кемдер ғәйепле, тик үҙебеҙ түгел. Юл ситендә аунап ятҡан ошо сүп-сарҙы ла беҙ йәшәгән ергә сит кеше килтереп ташлап киткәнме? Етәкселәр уңайлы шарттар булдырмағанмы? Барлыҡ шарттар ҙа бар бында, эш тә еренә еткереп башҡарылған. Бына тигән сүп-сар майҙансығына дүрт контейнер һәм бер бункер урынлаштырылған. Ҡый ғына махсус һауыттарға түгел, ә юл ситенә ырғытып кителгән. Кешеләрҙең ошондай ҡырағайҙарса ҡыланышынан йөрәк әрней.
Беҙ ҡасан матур йәшәргә өйрәнербеҙ икән? Сит илдәргә барып ҡайтҡандар иҫтәре китеп ундағы тәртип хаҡында һөйләй. Беҙ уларҙан ни еребеҙ менән кәм һуң? Үҙебеҙ торған ерҙе таҙа тотор өсөн кем һәм нимә ҡамасаулай?
Ошо һорауҙарға яуап ҡасан табылыр?
Читайте нас: