ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
2 Ноябрь 2020, 12:48

Ҡала биләмәһе башлығы тәғәйенләнде

Ҡала биләмәһе башлығы үҙенә күрһәтелгән ышанысты аҡларға һәм бар көсөн, тупланған тәжрибәһен ҡаланы үҫтереүгә йүнәлтәсәген белдерҙе.

Хужаһы ниндәй - йорто шундай, тигән һүҙҙәр бар. Уларҙы етәксеһе ниндәй - ҡалаһы шундай, тип үҙгәртергә лә мөмкиндер. Беҙҙең район һәм ҡала етәкселеге хаҡында ла йәшәгән еребеҙгә ҡарап фекер тупларға була. Районыбыҙ төрлө күрһәткестәр буйынса һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә барһа, ҡалабыҙ көндән-көн матурлана, уның тышҡы йөҙө күркәмләнә, йәшәү шарттары яҡшыра. Бәләкәй генә ҡаланың федераль программаларҙа ҡатнашып, гранттар отоуы, күләмле эштәр башҡарыуы үҙ еренең ысын хужалары булған етәкселәрҙең ҡаҙанышы ул.
Ҡала Советының сираттағы ултырышында ҡала биләмәһе башлығы һайланды. Тәҡдим ителгән өс кандидат араһынан Азамат Хәсәнов был вазифаға иң лайыҡлыһы тип табылды. Депутаттар тарафынан уның кандидатураһы бер тауыштан раҫланды һәм ҡала биләмәһе башлығы итеп тәғәйенләнде. Азамат Хөсәйен улы үҙенә күрһәтелгән ышанысты аҡларға һәм бар көсөн, тупланған тәжрибәһен ҡаланы үҫтереүгә йүнәлтәсәген белдерҙе.
Быға тиклем был вазифала оҙаҡ йылдар дауамында тырышып эшләгән Фәнил Исҡужин үҙ сығышында яңы етәксегә эшендә уңыштар теләне.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов һуңғы йылдарҙа район һәм ҡала үҫешенә булышлыҡ иткән төрлө программалар һәм проекттар тормошҡа ашырылыуын һәм бында Фәнил Кәбир улының тырышлығы ятыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн уға рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Азамат Хәсәновҡа иһә яңы вазифала яңы уңыштар теләне һәм халыҡ мәнфәғәте өсөн берҙәм эш алып барасаҡтары хаҡында белдерҙе.
Читайте нас: