ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Ноябрь 2020, 14:59

Үҙәк майҙанда нимә буласаҡ?

Ҡаланың Үҙәк майҙанында төҙөкләндереү эштәре башланыу менән халыҡ беҙгә «Үҙәк майҙанда нимә буласаҡ?» тигән һорау менән мөрәжәғәт итә башланы. Унда үҫеп ултырған ағастарҙың артабанғы яҙмышы хаҡында борсолоусылар ҙа юҡ түгел...

Ҡаланың Үҙәк майҙанында төҙөкләндереү эштәре башланыу менән халыҡ беҙгә «Үҙәк майҙанда нимә буласаҡ?» тигән һорау менән мөрәжәғәт итә башланы. Унда үҫеп ултырған ағастарҙың артабанғы яҙмышы хаҡында борсолоусылар ҙа юҡ түгел. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙы тынысландырырға ашығабыҙ: ағас үҫентеләре йолҡоноп ташланманы, ә ҡаланың йәмәғәт урындарына күсереп ултыртылды. Улар киләсәктә парк һәм скверҙарҙы йәмләйәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, беҙҙең ҡала федераль программала ҡатнашып, грант отҡайны. Бөгөн «Ҡайын тракты» проекты сиктәрендә уның тышҡы йөҙө үҙгәртелә. Иғтибар итһәгеҙ, бөгөн Үҙәк майҙанда байтаҡ эштәр башҡарылған да инде. Сәскә түтәлдәре өсмөйөшлө бетон конструкциялар рәүешендә эшләнгән. Улар барлығы унау буласаҡ. Киләсәктә балалар майҙансығы урынлаштырыу планлаштырыла, сәхнә, йәйәүлеләр өсөн айырым һуҡмаҡтар, ял итеү өсөн эскәмйәләр ҡуйыла. Унда амфитеатр өсөн дә айырым урын бүленгән.
Төҙөкләндереү эштәренә барлығы 100 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән, уның 90 миллионы конкурста еңгән өсөн дәүләт тарафынан бирелһә, ҡалғаны урындағы бюджеттан.
Халыҡты Яңы йыл шыршыһы ҡайҙа урынлашасағы ла ҡыҙыҡһындыра. Быйыл ул ҡала мәҙәниәт һарайы алдына ҡуйыла, киләсәктә иһә, ғәҙәттәгесә, Үҙәк майҙанда буласаҡ.
Төҙөкләндереү эштәре һауа шарттарына ҡарап дауам итә, тулыһынса үҙгәртелгән майҙанды беҙ киләһе йылдың авгусында күрәсәкбеҙ.
Читайте нас: