ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
10 Декабрь 2020, 17:47

12 декабрь - Рәсәй Конституцияһы көнө.

Төп принцибы кеше хоҡуҡтарын яҡлауға ҡоролған ҡануниәттең әһәмиәте юғалмаһын, йылдан-йыл көсәйә генә барһын.

Был мөһим һәм иҫтәлекле дата 1993 йылдан алып рәсми билдәләнә. Илдең барлыҡ ҡануниәт системаһы тап ошо хоҡуҡи документтан башлана.
2005 йылға тиклем беҙ был көндә ял итә торғайныҡ, хәҙер иһә ул ғәҙәти эш көнө булараҡ үтә. Ошо сәбәпле мөһим байрамдың әһәмиәте юғалмаймы? Был һорауҙы беҙ үҙебеҙҙең гәзит уҡыусыларыбыҙға бирҙек.
Алина ӘБЙӘЛИЛОВА, студент:
- Был ябай ғына байрам түгел, шуға ла 12 декабрҙең Рәсәй, ә 24 декабрҙең Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көндәре икәне - һәр саҡ иҫемдә.
Салауат ХӘКИМОВ, эшсе:
- Байрамдың әһәмиәте ялға йәки ғәҙәти эш көнөнә ҡарамай инде ул. Ил тарихы менән ҡыҙыҡһынған һәр кем уны белергә тейеш, тип һанайым. Балаларыма, ейәндәремә уның әһәмиәте хаҡында һөйләп торам.
Рәйсә БӘШИРОВА, хаҡлы ялда:
- Күптән түгел генә Конституцияға төҙәтмәләр индерелде бит инде, телевизорҙан был хаҡта бик йыш һөйләнеләр, гәзиттәрҙә яҙҙылар. Уларҙың күптәре менән ҡәнәғәтмен. Беҙҙе яҡлаусы закон ул, шуға ла 12 декабрҙе оноторға ярамай.
Бер нисә гәзит уҡыусыбыҙҙан беҙ ошондай яуаптар алдыҡ. Һәр ҡайһыбыҙ өсөн мөһим булған был датаны иҫебеҙҙән сығармайыҡ. Төп принцибы кеше хоҡуҡтарын яҡлауға ҡоролған ҡануниәттең әһәмиәте юғалмаһын, йылдан-йыл көсәйә генә барһын.
Читайте нас: