ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
10 Декабрь 2020, 17:20

Ҡаланы ниндәй үҙгәрештәр көтә?

Киләсәктә беҙҙең ҡаланы мөһим үҙгәрештәр көтә...

Мәләүездең Рәсәй кимәлендә уҙған «Бәләкәй ҡалаларҙа уңайлы шарттар булдырыу» конкурсында еңеүе хаҡында яҙып үткәйнек инде. Был конкурстың төп маҡсаты - ҡаланың тышҡы йөҙөн үҙгәртеү, йәмәғәт урындарын тәртипкә килтереү. Сентябрь айында беҙ берҙәм тауыш биреүҙә ҡатнашып, Мәләүез йылғаһы ярынан алып баҙарға тиклем араны төҙөкләндереү урыны итеп һайланыҡ. Проект Мәскәүҙең «Биләмәләрҙе төҙөкләндереү үҙәге», Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты һәм Мәләүез ҡала биләмәһе хакимиәте менән берлектә эшләнде.
Сентябрь, октябрь айҙарында ҡала мәҙәниәт һарайында «Биләмәләрҙе төҙөкләндереү үҙәге» командаһы Мәскәү эксперттары Мәләүез йылғаһы ярын төҙөкләндереү буйынса ҡала халҡы, эшҡыуарҙар һәм ирекмәндәр менән осрашыу үткәрҙе. Унда ҡатнашҡан һәр кемгә үҙ фекерен, тәҡдимен еткереү мөмкинлеге бирелде. Һөҙөмтәләр буйынса ҡаланың Спорт һарайы алды, Үҙәк майҙан, Мәләүез йылғаһы ярынан баҙарға тиклем ара һәм автовокзал биләмәһе үҙгәрештәр индереү урыны итеп һайланды.
Осрашыуҙа күберәк сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр һәм балалар өсөн уңайлы шарттар булдырыу, автовокзалды төҙөкләндереү, йәйәүлеләрҙең, шулай уҡ транспорт хәрәкәтен яйға һалыуға ҡағылышлы кәрәкле һәм ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр яңғыраны. Спорт һарайы, Үҙәк майҙан һәм төҙөкләндереләсәк яңы биләмәләр бер-береһе менән бәйле булырға, шул уҡ ваҡытта ундағы үҙгәрештәр ҡабатланмаҫҡа тейеш, тине белгестәр.
Киләсәктә Мәләүез йылғаһы тулыһынса таҙартылып, уның яры ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү урынына әйләнәсәк, уның заманса уйын һәм спорт майҙансыҡтары менән йыһазландырылыуы көтөлә. Шулай уҡ балыҡ тотоу, өйрәктәрҙе ашатыу өсөн айырым урындар, күперҙәр барлыҡҡа киләсәк. Оло йәштәгеләр һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн айырым ял зонаһы булдырыла.
Ҡаланың «ҡапҡа»һы булған автовокзал биләмәһе лә үҙгәрә. Унда юлсылар, ситтән килгән ҡунаҡтар һәм водителдәр өсөн ял итеү, тамаҡ ялғау урындары, сквер булдырыу планлаштырыла.
Үҙәк баҙар киләсәктә урындағы етештереүселәрҙең һәм фермерҙарҙың продукцияһына айырым иғтибар бүлеүҙе, йәрминкә һәм күргәҙмәләр өсөн махсус урындар булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Уның биләмәһендә балалар үҙәге, йәштәр өсөн осрашыу, аралашыу урыны, кафелар асыласаҡ.
Ҡалаға килеп ингән урынға уның исеме яҙылған арт-объект , стелла, һәйкәл урынлаштырыу ҡарала. Биләмәне йәшелләндереү, ағастар һәм үҫентеләр ултыртыу дауам итәсәк.
Киләсәктә беҙҙе ошондай мөһим үҙгәрештәр көтә. Район һәм ҡала халҡының тәҡдимдәрен иҫәпкә алып, Мәләүездең тышҡы йөҙөн күркәмләндерерлек байтаҡ эштәр башҡарыласаҡ.
Читайте нас: