Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
10 Декабрь 2020, 17:31

Үҙ эшеңде асырға теләһәң...

Үҙенсәлекле идеялар менән янып, киләсәктә үҙ эшен асырға, урындағы халыҡ өсөн яңы эш урындары булдырырға ниәтләгәндәр үҙ һорауҙары менән һис икеләнеүһеҙ район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә ала.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһендә төбәкте социаль-иҡтисади үҫтереүҙең өҫтөнлөктәре сағылдырылды, халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн ҡеүәтле иҡтисад кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Етәксе үҙ эшен асырға теләгәндәргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү бурысын ҡуя. Эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн ил, республика һәм район кимәлендә төрлө программалар тормошҡа ашырыла.
«Эшҡыуарлыҡ сәғәте» үҙ кәсебен булдырыу маҡсатында бизнесҡа тәү аҙым яһаған урындағы йүнселдәргә фекер алышыу майҙансығы ғына түгел, килеп тыуған һорауҙарға яуап алыу, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе сисеү, дөрөҫ йүнәлеш табыу урыны ла ул.
Район хакимиәтендәге сираттағы осрашыу «Башҡортостан Республикаһы Мәләүез муниципаль районында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү» программаһына ярашлы, финанс ярҙам күрһәтеү мәсьәләләренә бағышланды. Унда барығы ике йүнәлеш буйынса өс проект ҡаралды. Матурлыҡ салоны асыу, колбаса һәм балыҡ ыҫлау цехы, махсус ҡорамалдар һатып алыу өсөн сығымдарҙы субсидиялау тәҡдимдәре буйынса фекер алышыу ойошторолдо.
Етәкселек тарафынан барлыҡ тәҡдимдәр ҙә хуплау тапты, йүнселдәргә уларҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса кәңәштәр бирелде.
Берәү ҙә эшҡыуар булып тыумай, көсөнә, һәләтенә ышанғандар ауырлыҡтарҙан ҡурҡып тормай, үҙен ҡатмарлы бизнес өлкәһенә бағышлай, кәрәкле һәм файҙалы тип тапҡан ниндәйҙер кәсепкә тотона. Бөгөнгө заман кешелеккә үҙ талаптарын ҡуя икән, уларҙы ҡабул итеп, тәүәкәлләргә генә ҡала, ә етәкселек йүнселдәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер.
Үҙенсәлекле идеялар менән янып, киләсәктә үҙ эшен асырға, урындағы халыҡ өсөн яңы эш урындары булдырырға ниәтләгәндәр үҙ һорауҙары менән һис икеләнеүһеҙ район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә ала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, пандемияға бәйле ҡатмарлы осорҙа барлыҡ «Эшҡыуарлыҡ сәғәт»тәре онлайн режимында үтә.
Читайте нас: