ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Декабрь 2020, 16:55

Иштуғандар мөһим эшкә тотонмаҡсы

Ил Президенты Владимир Путин үҙ Мөрәжәғәтнамәһендә дәүләттең ҡеүәте граждандарҙың лайыҡлы йәшәүендә икәнлегенә баҫым яһаны. Беҙҙең илдә халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу өҫтөнлөклө маҡсаттарҙың береһе булып тора, уға ҡағылышлы мәсьәләләргә айырым иғтибар бүленә.

Республикала «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһы алты йыл дауамында уңышлы эшләп килә. Уның сиктәрендә маҡсаттар билдәләнә, байтаҡ мөһим эштәр башҡарыла.
Беҙҙең райондың күп кенә ауыл биләмәләре ошо программаға мөрәжәғәт итеп, үҙҙәре кәрәкле тип тапҡан проекттарын тормошҡа ашырҙы. Атап әйткәндә, байтаҡ биләмәләрҙә юлдар төҙөкләндерелде, зыяраттар кәртәләнде, урамдарға һыу үтте, кәрәкле техника һатып алынды. Был эштәр киләсәктә лә дауам итәсәк.
Иштуған ауыл биләмәһе ошо программала 2015 йылдан алып әүҙем ҡатнашып килә. Быйыл Партизан ауылында балалар майҙансығы яңыртылды.
Иштуған халҡы 2021 йылда ауылдың музейын тергеҙергә тигән ныҡлы ҡарар ҡабул итте. Унда тыуған яҡтың тарихы, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында бик мөһим һәм кәрәкле мәғлүмәт, һуғыш ветерандарының экспонаттары бар. Уларҙың барыһын да юғалтыуһыҙ һаҡлап ҡалып, киләсәк быуынға тапшырыу бурысы ҡуйылды. Музейға кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырырға кәрәк буласаҡ. Ауыл халҡы «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһы сиктәрендә ошо ҙур һәм тарихи әһәмиәткә эйә булған эште башҡарып сығырға ниәтләй.
Читайте нас: