ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
23 Декабрь 2020, 15:39

Президенттан Яңы йылға бүләк

17 декабрҙә Владимир Путин матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Ил Президенты журналистарҙың һәм ябай граждандарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

17 декабрҙә Владимир Путин матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Ил Президенты журналистарҙың һәм ябай граждандарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле ун алтынсы матбуғат конференцияһы был юлы видеоформатта уҙҙы. Дүрт сәғәт ярым барған конференцияла Президент барлығы 70 һорауға яуап биргән. Унда 2020 йылға йомғаҡ яһалды, һөҙөмтәләр барланды. Сарала ил иҡтисадына, нефть һәм газ сәнәғәтенә бәйле һорауҙар яңғыраны. Киләсәктә Рәсәйҙә туризмды үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленәсәк.
Журналистарҙы һәм ил граждандарын коронавирусҡа бәйле илдең, халыҡтың хәл-торошо ла ҡыҙыҡһындыра. Ил етәксеһе менән һөйләшеү медицина өлкәһен дә урап үтмәне. Ул пандемия осоронда медицина хеҙмәткәрҙәренең һаны артыуы, дауаханалар күпләп битлектәр менән тәьмин ителеүе хаҡында белдерҙе. Дәүләт башлығы Рәсәйҙең иң тәүгеләрҙән булып тажзәхмәткә ҡаршы вакцина уйлап табыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Конституцияға төҙәтмәләр индерелгәндән һуң Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауы башҡа ваҡыттан айырмалы буласағын билдәләне Владимир Путин.
Социаль түләүҙәргә килгәндә, ете йәшкә тиклем балалары булған ғаиләләр һәр сабыйға биш мең һум күләмендә пособие аласаҡ. Әйткәндәй, рәсәйҙәргә бындай ярҙам уҙған йылда ла күрһәтелгәйне. Ил граждандарын пенсияға ҡағылышлы түләүҙәр ҙә ҡыҙыҡһындырмай ҡалманы.
Матбуғат конференцияһында Башҡортостандың Күмертау ҡалаһынан да социаль мәсьәләгә ҡағылышлы һорау булды. Быға бәйле республика Башлығы Радий Хәбиров төбәктә социаль түләүҙәр системаһын, шул иҫәптән коронавирус пандемияһы осоронда билдәләнгәндәрен дә тикшерергә ҡушты.
- Бөтә социаль түләүҙәр системаһын тикшерергә кәрәк, бер ниндәй етешһеҙлек тә булырға тейеш түгел. Кешеләр түләүҙәрҙе ваҡытында һәм тулы кимәлдә алһын, тине республика етәксеһе.
Читайте нас: