ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Декабрь 2020, 16:20

Мөһим мәсьәләләр ҡаралды

Бишенсе саҡырылыш район Советының сираттағы сессияһы үтте. Көн тәртибенә 2021 йылға һәм алдағы 2022-2023 йылдарға райондың социаль-иҡтисади хәле һәм шул уҡ йылдарға район бюджетына ҡағылышлы һорауҙар ҡаралды.

Бишенсе саҡырылыш район Советының сираттағы сессияһы үтте. Көн тәртибенә 2021 йылға һәм алдағы 2022-2023 йылдарға райондың социаль-иҡтисади хәле һәм шул уҡ йылдарға район бюджетына ҡағылышлы һорауҙар ҡаралды. Ултырыш барышында район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Альберт Таймаҫов депутаттарҙы 2021 йылға һәм алдағы 2022-2023 йылдарға райондың социаль-иҡтисади үҫеше менән таныштырҙы. Шулай уҡ киләһе йылға район бюджеты раҫланды, район хакимиәте һәм ауыл биләмәләре араһында айырым вәкәләттәрҙе тапшырыу буйынса килешеү ваҡыты оҙайтылды.
Совет ҡарары менән ҡаланың «Йәшел хужалыҡ» муниципаль унитар предприятиеһы район милкенән ҡаланыҡына тапшырылды.
Совет Регламентына ултырыштарҙың дистанциялы форматы нормалары буйынса төҙәтмәләр индерелде, депутат берекмәһе Положениеһы раҫланды.
Совет секретары Лилиә Һөйәрғолова үҙ сығышында депутаттарҙың закон боҙоуы һәм коррупцияға ҡаршы көрәш тураһында мәсьәләләр күтәрҙе.
Читайте нас: