ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
25 Декабрь 2020, 11:38

Интернетһыҙ - донъя һанһыҙ

Бөгөн ҡаланың 7-се мәктәбенең информатика һәм математика уҡытыусыһы Риф Маннанов менән донъя селтәренең ыңғай һәм кире яҡтары хаҡында һөйләшәбеҙ.

Бөгөн тормошто интернетһыҙ күҙ алдына килтереүе ауыр. Беҙ хәҙер уның аша донъя хәлдәрен, яңылыҡтарҙы беләбеҙ, яҡындар менән аралашабыҙ, хатта кәрәк әйберҙәрҙе һатып алабыҙ. Ул - кеше тормошоноң, йәмғиәттең айырылғыһыҙ бер өлөшө. Интернетһыҙ -донъя һанһыҙ. Бөгөн ҡаланың 7-се мәктәбенең информатика һәм математика уҡытыусыһы Риф Маннанов менән донъя селтәренең ыңғай һәм кире яҡтары хаҡында һөйләшәбеҙ.
- Риф Ширияз улы, ил Башлығы барлыҡ социаль учреждениеларҙы, уҡыу йорттарын, ойошмаларҙы, хатта төпкөл генә ауылдарҙың фельдшер-акушерлыҡ пункттарын интернетҡа тоташтырыу маҡсатын ҡуйҙы. Илдә һанлы иҡтисадты формалаштырыу буйынса эш алып барыла. Быға ҡарашығыҙ?
- Былар барыһы ла халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн эшләнә. Объекттарҙың интернет селтәренә тоташыуы эште еңелерәк, сифатлыраҡ башҡарырға ярҙам итә.
- Йәшерен-батырыны юҡ, бөгөн күптәрҙә, бигерәк тә балаларҙа «интернет-бәйлелек» күҙәтелә. Уларҙы был «сир»ҙән нисек араларға?
- Һәр бала аралашыуға мохтаж. Уға күберәк иғтибар бүлергә, һөйләшергә тырышығыҙ. Ғаиләлә ата-әсә иғтибарынан мәхрүм булғандар йыуанысты интернетта таба. Дәрестән һуң төрлө түңәрәктәр һәм секцияларға йөрөһөн, спортҡа ылыҡһын, мотлаҡ берәй шөғөлө булһын.
- Һуңғы арала компьютер уйындары менән артыҡ мауыҡҡандар ҙа арта бара. Ундайҙар хаҡында ни әйтерһегеҙ?
- Бында инде баланы әрләп, уға тауыш күтәреп, компьютерын йә телефонын йәшереп ҡуйып ҡына булмай. Уның менән яҡшылап, аңлатып һөйләшеп ҡарарға кәрәк. Ғаиләһе, дуҫтары менән бәйләнеш булмағандар араһында йышыраҡ күҙәтелә был «сир». Бергәләп ниндәйҙер эш башҡарыуҙы, китап уҡыуҙы ғәҙәткә индерегеҙ һәм балағыҙға дуҫ булығыҙ.
- Интернеттың ыңғай яҡтары ла юҡ түгел...
- Беҙ элек йыраҡтағы яҡындарыбыҙ менән хат аша аралаша торғайныҡ. Иҫегеҙҙәлер, ул хаттың барып еткәнен, яуап килгәнен көтөп тилмергән саҡтар бар ине. Бөгөн иһә тиҙ генә кеҫә телефонынан шылтыратып та, ватсап, социаль селтәрҙәр аша бәйләнешкә инеп була. Ашығыс хәбәр, мөһим яңылыҡ еткереү өсөн дә уңайлы. Интернетты дөрөҫ файҙаланғанда уның бик күп ыңғай яҡтарын табырға була.
- Кире яҡтарына килгәндә?
- Интернет аша аралашыуҙың ыңғай яҡтарын һанап киттем бит инде. Әммә ундай бәйләнештең кире тәьҫире күберәк. Беренсенән, кешеләр бер-береһенән алыҫлашты. Икенсенән, виртуаль мөнәсәбәттәр күп осраҡта үҙ-үҙеңде алдауға килтерә. Экран аша беҙ әңгәмәсенең хис-тойғоларын, кисерештәрен тоя алмайбыҙ.
Уҡыусыларға, студенттарға килгәндә, элек дәрес әҙерләү, реферат, курс эштәре яҙыу өсөн улар көндәр буйы китапханаларҙа ултыра торғайны. Билдәле, эҙләнеп тапҡан, китап битенән уҡыған мәғлүмәт хәтерҙә ҡала. Хәҙер иһә әҙер эште селтәр аша табып, уҡытыусыға тапшыра ла, унда ни хаҡта һүҙ барғанын да иҫләмәй. Был - бик насар күренеш.
- Пандемияға бәйле, быйыл уҡыу онлайн режимында бара. Уҡытыусы өсөн уҡыусыға ситтән тороп дәрес биреү ауырмы?
- Кеше бөтә нәмәгә лә күнә, өйрәнә инде ул. Башта яңылыҡ булған Я-Класс, Учи-ру., Зумм һәм башҡа заманса алымдарҙы беҙ үҙләштерә алдыҡ. Был иһә уҡыу программаһын ауырлыҡһыҙ үтергә ярҙам итте.
- Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Эшегеҙҙә уңыштар!
Читайте нас: