Юғары күрһәткестәр һәм яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән бер төркөм яҡташтарҙы район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов ҡотланы һәм уларға дипломдар тапшырҙы. Хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланғандар араһында беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ, «Путь Октября» гәзитенең хаттар бүлеге мөдире Александр Корицкий ҙа бар. Ул Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған мәҡәләләр циклы өсөн Фәтҡулла Комиссаров исемендәге премияға лайыҡ булды.