ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
30 Декабрь 2020, 18:22

Депутаттың бер эш көнө

Районда эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров булып китте.

Районда эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров булып китте. Депутат эш маршрутын Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Әкрәм Ғәлимовты һәм Николай Соколовты байрам менән ҡотлауҙан башланы. Оло йәштәге яҡташтарыбыҙға бүләктәр тапшырып, уларҙың хәле, һаулығы менән ҡыҙыҡһынды, борсоған һорауҙарын, теләктәрен тыңланы, ветерандарҙың яҡындары менән аралашты. Аҙҙан ҡына күңел була, тиҙәр. Йылына бер генә килгән байрамда ололарға бүленгән иғтибар, әйтелгән йылы һүҙҙәр, изге теләктәр барыһынан өҫтөнөрәктер. Ветерандарҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков та ҡотланы.
Зариф Закир улы ауыр тормош хәлендә ҡалғандарҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмай, уларға һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға ашыға. Ноябрь айында Хәмитовтар ғаиләһе йортонда янғын сығып, улар торлаҡһыҙ ҡалғайны. Ике уҡыусы бала тәрбиәләгән йәштәрҙе ваҡытлыса ата-әсәһе һыйындырған. Депутат балаларға планшеттар бүләк итте, ғаиләнең йәшәү шарттары тураһында белеште, кәңәштәрен бирҙе.
Зариф Байғусҡаров шул уҡ көндә ҡала Советы депутаттары менән осрашты. Унда һаулыҡ һаҡлау, ирекмәндәр эшмәкәрлеге, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалары булған ғаиләләргә социаль пособиелар, йәшәү минимумы күләме, республиканың тораҡ пункттарын интернет селтәренә тоташтырыу һәм башҡа байтаҡ мәсьәләләр күтәрелде.
Билдәле булыуынса, Зариф Закир улы депутат булып һайланғансы, оҙаҡ йылдар республиканың суд приставтары эшмәкәрлеген етәкләне, шуға ла ул ғаиләләргә ҡағылышлы ҡатмарлы хәлдәргә битараф түгел. Урындағы депутаттар менән дә ул ғаиләлә көс ҡулланыу сәбәпле килеп тыуған аяныслы күренештәр хаҡында һүҙ алып барҙы.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа ғаиләләрҙә килеп тыуған төрлө низағтарҙың аяныслы тамамланыуы йыш күҙәтелә, - тине Зариф Закир улы һәм уларҙы булдырмаҫ өсөн ныҡлы закон ҡабул итергә кәрәкләген белдерҙе.
Депутат йыл һайын район һәм ҡаланың аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләренә, ветерандарға милли баҫмаларға яҙҙырыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Осрашыуҙа ла ул райондың «Көнгәк» һәм «Путь Октября» гәзиттәренең тиражы менән ҡыҙыҡһынды, урындағы депутаттарҙан баҫмаларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмауҙарын һораны.
Осрашыу һуңында Зариф Закир улы яҡшы эш һөҙөмтәләре күрһәткән яҡташтарға Рәхмәт хаттары һәм грамоталар тапшырҙы.
Читайте нас: