ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
12 Ғинуар 2021, 14:35

Яңы йыл алдынан Радий Хәбиров журналистар менән осрашты

Яңы йыл алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Ике сәғәт ярымдан ашыу барған сарала төрлө мәсьәләләр күтәрелде. Республика Башлығы үҙенә төбәлгән һорауҙарға ҡыҫҡа, аныҡ һәм төплө яуаптар бирҙе.

Яңы йыл алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Ике сәғәт ярымдан ашыу барған сарала төрлө мәсьәләләр күтәрелде. Республика Башлығы үҙенә төбәлгән һорауҙарға ҡыҫҡа, аныҡ һәм төплө яуаптар бирҙе. Ул үҙ сығышында уҙған йыл һөҙөмтәләрен дә барлап үтте.
2020 йыл тажлы вирусҡа ҡаршы көрәш йылы булараҡ иҫтә ҡалһа ла, уның ҡыуаныслы ваҡиғалары ла байтаҡ булды. Мәҫәлән, тап уҙған йылда «Янғантау» геопаркы илдә беренселәрҙән булып ЮНЕСКОға индерелде. Март айы беҙҙең барыбыҙ өсөн дә мөһим һәм ҡыуаныслы ваҡиғаһы менән иҫтә ҡалды. Ил Президенты Владимир Путин генерал Миңлеғәли Шайморатовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исемен бирҙе. Майҙа Рәсәй Хөкүмәте тарафынан «Алға» иҡтисад зонаһы теркәлде. Республикала ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ике инфекция госпитале төҙөлдө. Баш ҡалала Евразия ғилми-белем биреү үҙәге булдырыу буйынса проекты ғәмәлгә ашырыла башланы. Башҡортостандың ауыл һәм ҡалаларын төҙөкләндереү буйынса башланған эштәр артабан да дауам итәсәк тип көтөлә.
Конференцияла тажлы вирусҡа ҡағылышлы һорауҙар ҙа күтәрелде.
- Коронавирус менән сирләгәндәргә килгәндә, теүәл һандарҙы бер кем дә әйтә алмай, беҙ бары тик уларҙың раҫланғандарын ғына беләбеҙ. Был сирҙән бары тик коллектив иммунитет һәм вакциналау ярҙам итәсәк, - тине Радий Фәрит улы.
Уҙған йылдың күңелһеҙ ваҡиғаларын һәм хаталарын барлағанда, етәксе Республика клиник дауаханаһына, Ҡуштауҙы һаҡлауға, БСК-ға бәйле хәлдәрҙе атаны. Республика Башлығы башта Ҡуштауға бәйле проблеманың етдилеген дөрөҫ баһаламауын үҙенең ҙур хатаһы тип таный.
Башҡортостанда алданған өлөшсөләр мәсьәләһенең киҫкен тороуы барыбыҙға ла билдәле. Етәксе уны хәл итергә тырыша һәм 2024 йылға был эште тамамлау маҡсаты ҡуйыла.
Республика юлдарын төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүленә. Радий Хәбиров белдереүенсә, юл төҙөлөшөнә һәм ремонтҡа инвестиция һалына.
Транспортҡа ҡағылышлы өлкәлә лә хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ. Башҡортостан Башлығы киләсәктә пассажирҙарҙы йөрөтөү сифатын күтәреү өҫтөндә эш алып барасаҡ. Юлдарҙағы аварияларҙы һәм аяныслы хәлдәрҙе мөмкин тиклем кәметеү маҡсатында тәртип урынлаштырыу ҙа тәүмаҡсат итеп ҡуйыла.
Республиканың тораҡ пункттарын интернет селтәренә тоташтырыу буйынса башланған эш дауам итә, киләсәктә барлыҡ ауылдар ҙа донъя селтәренә тоташасаҡ.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда төрлө программалар ғәмәлгә ашырыла. Уларға ярашлы тораҡ пункттар үҙгәреш кисерә, күркәмләнә. «Башҡорт ихаталары» милли проекты сиктәрендә район һәм ҡалаларҙа йорт ихаталары төҙөкләндерелә. Бюджетҡа бәйле 2021 йылда әҙерәк тотҡарлыҡтар булһа ла, эш 2022 йылда дауам итәсәк, тип көтөлә.
Республика Башлығына журналистар үҙҙәренең эш хаҡына бәйле һорауҙы ла юлланы. Етәксе был проблеманың быйыл булмаһа ла, 2022 йылда хәл ителергә тейешлеге хаҡында белдерҙе.
Матбуғат конференцияһы барышында республиканан ситкә уҡырға китеүселәргә ҡағылышлы һорауҙар ҙа яңғыраны. Радий Фәрит улы уларҙы республикаға ҡайтарыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу өҫтөндә эшләргә кәрәклекте һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Сарала республика Башлығының шәхси тормошона ҡағылышлы һорауҙар ҙа булды. Ҡыҫҡаһы, журналистар етәксегә үҙҙәрен һәм халыҡты ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Әйткәндәй, Радий Фәрит улы һәр кем өсөн һөйләшеүгә асыҡ. Уның менән социаль селтәрҙәрҙә лә бәйләнешкә инергә мөмкин.
Лена ХӘЙРУЛЛИНА әҙерләне.
Фото интернеттан алынды.
Читайте нас: