Конгэк
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Ғинуар 2021, 17:57

Йылылыҡ өсөн артыҡ түләйбеҙ. Ни сәбәпле?

Декабрь айына йылылыҡ өсөн хаҡ артып килде. Түбәндәге яҙмала уның сәбәптәрен асыҡлайбыҙ

Яңы йыл беҙгә һәр ваҡыт ниндәйҙер көтөлмәгән яңылыҡ, үҙгәреш алып килеүенә күнеп тә бөттөк, буғай. Халыҡ өсөн көтөлмәгән бындай хәлдәр бигерәк тә йорттарҙа йылылыҡ, газ, ут, һыу өсөн түләүҙәргә ҡағылыусан.
Ғинуар айы ла күңелһеҙ яңылыҡ менән башланып китте. Кешеләр декабрь айына фатир өсөн түләү квитанцияларын алғас, тамам аптырашта ҡалды: йылылыҡ өсөн хаҡ 30 (!) процентҡа артып килде. Был, әлбиттә, халыҡта ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы, күптәр социаль селтәрҙәрҙә үҙ дәғүәһен белдереп, етәкселәрҙән килеп тыуған хәлгә аңлатма биреүҙәрен һорап яҙҙы. Беҙ ҙә халыҡты ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән «Мәләүез йылылыҡ селтәрҙәре» ойошмаһы директоры Геннадий Ярославцевҡа мөрәжәғәт иттек.
- Геннадий Иванович, БашРТС йылылыҡ өсөн тарифтың үҙгәрмәүе хаҡында хәбәр итә. Хаҡтың артыуы ни менән бәйле һуң?
- Хаҡтың артыуы декабрь айының һалҡын килеүе менән бәйле. 2019 йылдағыға ҡарағанда, уҙған йылдың был айында һауа температураһы һигеҙ градусҡа түбәнерәк булды. Шул сәбәпле йылы күберәк тотонолдо һәм халыҡҡа килгән квитанцияларҙа хаҡтар ҙа ғәҙәттәгенән юғарыраҡ күрһәтелде.
- Йылылыҡ өсөн күрһәткестәр нисек иҫәпләнә һәм ни рәүешле теркәлә? Аңлатып китһәгеҙ ине.
- Былтырғы йылдың көҙөнән башлап беҙ йылылыҡ өсөн йорттар йылытылған миҙгелдә генә, йәғни, һигеҙ ай дауамында ғына түләйбеҙ. Уның күләме дөйөм иҫәпләү ҡоролмалары буйынса, ә улар булмаған осраҡта Башҡортостан Республикаһының тарифтар буйынса дәүләт комитеты тарафынан раҫланған нормативҡа ярашлы билдәләнә. Иҫәпләү ҡоролмаһы булған йорттарҙа йылылыҡ өсөн түләү күләме үҙгәреп торһа, норматив буйынса иһә миҙгел буйы бер хаҡ билдәләнә. Алдан әйтеп китеүемсә, хаҡтың артыуы йә кәмеүе һауа шарттарына бәйле. Тышта һалҡын саҡта йорттарға йылы биреүҙе арттырырға тура килә.
- Беҙҙең район һәм ҡала йорттарында дөйөм иҫәпләгестәр ҡуйылғанмы?
- Район һәм ҡаланың 218 йортонда ошондай ҡоролмалар урынлашҡан, уларҙың күрһәткестәре автоматик рәүештә урындағы идарасы компанияға китә һәм йылылыҡ өсөн хаҡ шул күрһәткестәр буйынса билдәләнә. Уларҙы йортта йәшәүселәр үҙҙәре лә контролгә алырға хоҡуҡлы.
- Фатирҙа ҡайһы ваҡыт һалҡын йә киреһенсә үтә эҫе булып китә. Ундағы температураны көйләп буламы? Ундай осраҡта кемгә мөрәжәғәт итергә?
- Фатирҙарҙағы температураны идарасы ойошма күҙ уңында тота, иҫәпләгестәрҙе тикшерә. Кешеләрҙең мөрәжәғәте буйынса хеҙмәтләндерә, температураны көйләй.
- Халыҡтан ундай мөрәжәғәттәр күп киләме?
- Билдәле, өлкән йәштәгеләр өшөп барыусан. Фатирҙарындағы температураны көйләүҙе һорап, беҙгә йышыраҡ тап оло йәштәгеләр мөрәжәғәт итә.
- Тағы ла шундай һорау. Фатирҙарҙа ныҡ эҫе булған саҡтарҙа, күптәр һеҙҙең ойошманы халыҡтан артыҡ хаҡ түләтеп аҡса эшләүҙә ғәйепләй. Нигеҙлеме бындай ғәйепләү?
- Юҡ, әлбиттә. Артыҡ йылы сарыф итеү беҙҙең өсөн отошло түгел. Апрель һәм октябрь айҙарында фатирҙарҙа артыҡ йылы була, был торбаларға килгән эҫе һыуҙың температураһы менән бәйле, сөнки ул 60 градустан кәм булырға тейеш түгел. Халыҡ шуны аңлаһын ине.
- Квитанциялағы хаҡ менән килешмәгәндәр кемгә һәм ҡайҙа мөрәжәғәт итә ала?
- Ишегебеҙ һәр кем өсөн асыҡ. Һорауҙарығыҙ булһа, халыҡ менән эшләүсе абонент бүлегенә килергә йәки 3-21-34, 3-04-57 телефон һандарына шылтыратып мәғлүмәт алырға мөмкин.
- Киләсәктә квитанцияла килгән һандар халыҡты бошоноуға һалырлыҡ булмаһын ине. Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
Лена ХӘЙРУЛЛИНА әңгәмәләште.
Автор фотоһы.