ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Ғинуар 2021, 19:01

Өйө барҙың - көйө бар

Өйө барҙың - көйө бар, ти халыҡ мәҡәле. Ҡала халҡын һәм Мәләүезгә күсеп килгәндәрҙең барыһын да өйлө һәм көйлө итеү өсөн тырыша урындағы эшҡыуар.

Күптәр заман ауырлығына, көрсөккә һәм пандемияға бәйле ҡатмарлыҡтарға һылтанып ултырһа, йүнселдәр бер нимәгә ҡарамай, эҙләнеү юлында. Урындағы эшҡыуар Вадим Дорофеев та, аптырап ҡала торғандарҙан түгел. Ул үҙ бизнесына булышлыҡ итеү маҡсатында дәүләттән 3 миллион һум займ ала. Уҙған йылдың декабрь айында шул аҡсаға ҡалалағы күп ҡатлы йорттар төҙөлөшөн тамамлауға ирешә, йөк ташыу машиналарына запас частар һатып ала.
Район хакимиәтендә уҙған быйылғы йылдың тәүге «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» Вадим Николаевичтың проекты буйынса фекер алышыуҙан башланды. Ул киләсәктә лә ҡалала күп ҡатлы йорттар төҙөү эшен дауам итергә ниәтләй. Байтаҡ сығымдар талап иткән был проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн уның планын төҙөргә, һайланған ер участкаһының сиктәрен билдәләргә һәм төҙөлөшкә бәйле башҡа мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк буласаҡ.
Яңы йорттарҙың ҡалҡып сығыуы ҡаланың артабанғы үҫешенә, тормоштоң дауам итеүенә генә ишара булмаясаҡ, күптәрҙең торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә, йәшәү сифатын күтәрергә лә ярҙамлашасаҡ.
Үҙ эшен алып барырға теләгәндәргә дәүләт уңайлы шарттар менән кредит һәм займдар тәҡдим итә, урындағы хакимиәт тә күптән инде һәр йүнселгә йөҙө менән боролған. Вадим Дорофеевҡа ла етәкселек ярҙам итергә әҙерлеген белдерҙе һәм үҙ тәҡдимдәрен еткерҙе.
Өйө барҙың - көйө бар, ти халыҡ мәҡәле. Ҡала халҡын һәм Мәләүезгә күсеп килгәндәрҙең барыһын да өйлө һәм көйлө итеү өсөн тырыша урындағы эшҡыуар.
Фото архивтан.
Читайте нас: