Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
25 Ғинуар 2021, 18:59

Манхэттенда йәшәмәһәк тә...

Яҙғандарымды уҡығандар Американың бында ни ҡыҫылышы бар, беҙ Манхэттенда ла йәшәмәйбеҙ, тип уйлап өлгөргәндер. Уныһы шулай, әммә...

Лофт стиле хаҡында ишеткәнегеҙ бармы? Белмәгәндәр өсөн яңылыҡ асам: был ят һүҙ инглиз теленән тәржемә иткәндә, ташландыҡ урын тигәнде аңлата. Ул шулай уҡ иң үҙенсәлекле архитектура стиле булып һанала.
1930 йылдарҙа Америкала көрсөк башланғас, Манхэттендың буш торған биналарын осһоҙ ғына хаҡҡа һата башлайҙар. Уларҙы музыканттар һәм рәссамдар һатып алып, төҙөкләндереп, үҙҙәренсә биҙәп, унда концерттар, кисәләр, төрлө күргәҙмәләр ойоштора. Оҙаҡламай бындай сараларға бай, хәлле кешеләр ҙә йөрөй башлай һәм күптәр ҡасандыр ташландыҡ хәлдә торған биналарҙың үҙенсәлекле ремонтына иғтибар итә. Шул рәүешле тарала ла инде лофт тип аталған ҡабатланмаҫ был стиль. Уны ижади ҡарашлы, ирек һөйгән кешеләр үҙ итә. Ябай, уңайлы һәм үҙенсәлекле стиль йыһаз яһауҙа ла ҡулланыла. Ҡул аҫтындағы тимер, ағас, быяла, пластик, күнде бергә файҙаланып, бына тигән әйберҙәр етештереп була.
Яҙғандарымды уҡығандар Американың бында ни ҡыҫылышы бар, беҙ Манхэттенда ла йәшәмәйбеҙ, тип уйлап өлгөргәндер. Уныһы шулай, әммә булдыҡлы һәм тәүәккәл эшҡыуар Александр Котелевский беҙҙе сит илгә йәшәргә күсерә алмаһа ла, Американың үҙен бында яҡынайтмаҡсы.
Сираттағы «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә лофт стилендә йорт йыһаздары етештереү цехы булдырыу мәсьәләһе ҡаралды. Йүнсел эшҡыуар бөгөндән кәрәкле барлыҡ ҡорамалдарҙы һатып алып, ниәтен тормошҡа ашырырға әҙер. Дөйөм инвестиция күләме бер миллион ярым һум тәшкил иткән проектты ғәмәлгә ашырыу 2021-2022 йылға планлаштырыла, барлығы өс хеҙмәт урыны булдырыу күҙ уңында тотола. Эшҡыуар үҙенә эшкә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе алмаҡсы. Уның был изге ниәтен хупларға ғына ҡала.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов һәм комиссия ағзалары Александр Котелевскийҙың башланғысында ярҙам ҡулы һуҙырға һәм бизнес өлкәһендә килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итешергә әҙер.
Был проект тормошҡа ашһа, беҙҙә лә ҡабатланмаҫ лофт стилендә етештерелгән йыһаздар һатыла башлар һәм Американан һис тә кәм йәшәмәҫбеҙ тип ышанайыҡ. Һеҙгә нисектер, минең үҙемә бик оҡшай эшҡыуарҙың был үҙенсәлекле башланғысы.
Читайте нас: