ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
28 Ғинуар 2021, 15:15

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров: «Уртаҡ юлды берҙәмлектә һәм татыулыҡта үтербеҙ»

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Төбәк етәксеһе республиканың киләсәккә перспектива үҫешенең стратегия йүнәлештәрен билдәләне.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Төбәк етәксеһе республиканың киләсәккә перспектива үҫешенең стратегия йүнәлештәрен билдәләне.
Башҡортостан Башлығы үҙ сығышын пандемияға бәйле ҡатмарлы осорҙа республиканың дөйөм һәм иҡтисады хәл-торошо, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең эше менән таныштырыуҙан башланы. Тажлы вирус бик күп ғүмерҙәрҙе алып китте, - тине Радий Фәрит улы һәм вакцина яһатыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Еңел булмаған осорҙа индерелгән сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул иткән өсөн республика халҡына рәхмәтен еткерҙе.
Төбәк етәксеһе коронавирусҡа ҡаршы көрәштә алғы һыҙыҡта булған, сабырлыҡ күрһәткән медицина хеҙмәткәрҙәренә, халыҡҡа ярҙам күрһәткән ирекмәндәргә лә рәхмәт һүҙҙәре әйтте. Ауыр сир сәбәпле һәләк булғандар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды.
Киләсәктә Урал аръяғы райондарын үҫтереү стратегияһы булдырыла. Сибайҙа электр подстанцияһы сафҡа инәсәк, бөтәһе 25-кә яҡын социаль объекттар - дауаханалар, бассейндар, белем усаҡтары, балалар баҡсалары барлыҡҡа киләсәк. Әбйәлилдә төҙөләсәк «Цемикс» заводы йылына 200 мең тонна аҡ цемент һәм 100 тонна микрокальцит етештерәсәк, халыҡ өсөн 220-гә яҡын хеҙмәт урыны булдырыла. Былар барыһы ла сәнәғәт үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
Радий Фәрит улы Урал аръяғы райондарын үҫтереүгә, етештереү майҙандары һәм эш урындары булдырыуға ҡағылышлы мөһим пландар менән таныштырҙы, милли проекттарға ярашлы, киләсәктә лә республиканың тораҡ пункттарында йәмәғәт урындары, балалар майҙансыҡтары, парктар төҙөкләндереү эшенең дауам итәсәге хаҡында белдерҙе.
Башҡортостан Башлығы мәғариф өлкәһенә ҡағылышлы мәктәптәрҙе тулыһынса интернет селтәренә тоташтырыу, балалар туҡланыуына айырым иғтибар бүлеү мәсьәләләренә лә туҡталды.
Республика магистранттары һәм аспиранттары өсөн «Сколтех» университеты менән берлектә программалар булдырыла. Йәштәрҙе беҙҙең төбәккә йәлеп итеү ҙә күҙ уңында тотоласаҡ.
Төбәк етәксеһе үҙ Мөрәжәғәтнамәһендә белдереүенсә, республиканың транспорт паркы яңыртыласаҡ, киләсәктә электр транспортын үҫтереү ҙә ҡаралған. Беҙҙең юлдарҙа иҫке автобустар булырға тейеш түгел, тине Радий Фәрит улы. «Башавтотранс» даими яңыртылып тора, аҙаҡҡы ике йыл эсендә 723 машина алынған, парк тағы 120 яңы автобус менән тулыланасаҡ.
2021 йыл Башҡортостанда Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмерлелек йылы булараҡ билдәләнә. Беҙҙең өсөн иң мөһиме - кешеләр һаулығы, үлем осраҡтарын кәметеүҙе, тыуым артыуҙы мөһим мәсьәләләр иҫәбендә тотасаҡбыҙ, - тине Радий Хәбиров. Оло йәштәгеләрҙең сәләмәтлегенә айырым иғтибар бүленәсәк. Республикала хоспис, кардиоүҙәктең хирургия корпусы төҙөлә, балалар онкологияһы һәм гематология үҙәге төҙөй башлау планлаштырыла.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә үлем осраҡтарын кәметеү, медицина хеҙмәтләндереүенең сифатын яҡшыртыу маҡсатында 20 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк, ауылдарҙа ла был өлкәгә ҡағылышлы яңылыҡтар көтөлә.
Үҙ Мөрәжәғәтнамәһендә Радий Фәрит улы туризмды, юл сервисын үҫтереүгә, милли спорт төрҙәрен тергеҙеүгә ҡағылышлы һәм халыҡ өсөн мөһим булған, киләсәктә ғәмәлгә ашырыласаҡ башҡа мәсьәләләргә лә туҡталды.
Башҡортостан Башлығы үҙ сығышын мин, республика етәксеһе булараҡ, уның һәр гражданы өсөн яуаплылыҡ тотам. Бында уның ниндәй йәштә һәм ниндәй милләттән булыуы мөһим түгел. Киләсәктә беҙ уртаҡ юлды берҙәмлектә һәм татыулыҡта үтербеҙ тип ышанам. Тырышҡан - ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, ти халыҡ мәҡәле. Ниндәй генә ауырлыҡтар килеп тыумаһын, беҙ барыһын да булдырырбыҙ, уртаҡ хыял һәм маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырбыҙ. Алға, Башҡортостан!, -тигән һүҙҙәр менән тамамланы.
Фото "Башинформ" дан алынды.
Читайте нас: