ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
28 Ғинуар 2021, 14:55

Берҙәмлек һәр ваҡыт еңә

2020 йыл замандың ысын геройҙарын күрһәткән һынау осоро булды. Ирекмәндәр хәрәкәте көсәйҙе, бик күптәр мохтаждарға ихлас ярҙам итте. Ә медицина хеҙмәткәрҙәре һуғышта пуля аҫтында ғүмерҙәрҙе ҡотҡарғандарҙан кәм батырлыҡ ҡылманы.

Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәләре йыл һайын үҙенсәлекле үтә. Депутаттарға, власть органдарына, барлыҡ республика халҡына арналған был сараға заманыбыҙ геройҙары ла саҡырыла.
2020 йыл замандың ысын геройҙарын күрһәткән һынау осоро булды. Ирекмәндәр хәрәкәте көсәйҙе, бик күптәр мохтаждарға ихлас ярҙам итте. Ә медицина хеҙмәткәрҙәре һуғышта пуля аҫтында ғүмерҙәрҙе ҡотҡарғандарҙан кәм батырлыҡ ҡылманы. Пандемия осоронда, "ҡыҙыл зона" шарттарында улар ныҡлыҡ, юғары һөнәри оҫталыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтте.
– Ошондай белгестәр араһында республиканың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы Алексей Пушкарев та бар. Апрелдә, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында ауыр хәл барлыҡҡа килгәс, ул бүлексә мөдире булараҡ, коронавирус менән сирләгән пациенттарға тәүлек әйләнәһенә ярҙам күрһәтте. Вахта буйынса эшләне. Үҙе лә был мәкерле сир менән ауырыны, тик һауығыу менән кире эшкә сыҡты. Рәхмәт, һеҙгә Алексей Михайлович, ҡотҡарылған ғүмерҙәр һәм кешеләрҙең һаулығы өсөн, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк Башлығы айырым педагогтар, вуз һәм колледждар уҡытыусылары, ирекмәндәрҙе лә билдәләп үтте. Ҡыҫҡа ваҡытта Өфө һәм Стәрлетамаҡта ҡыҫҡа ваҡытта сифатлы заманса йоғошло ауырыуҙар үҙәктәрен төҙөгән төҙөүселәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырманы Радий Фәрит улы.
– Мәҙәниәт тармағы хеҙмәткәрҙәренә лә ҙур рәхмәт. Беҙ бит театр, концерт, кино, әҙәбиәтһеҙ йәшәй алмайбыҙ. Һәм беҙҙең артистар, рәссамдар, яҙыусылар, музей хеҙмәткәрҙәре бик күп онлайн-ресурстарҙы эшкә ҡушты, интернет акциялар, оҫталыҡ дәрестәре, виртуаль экскурсиялар һәм концерт программалары ойошторҙо, – тип ауыр осорҙа ҡулынан килгәнсә үҙ эшен намыҫ менән башҡарған заман геройҙарына рәхмәт еткерҙе.
Читайте нас: