ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
28 Ғинуар 2021, 14:37

Йыллыҡ төп бурыстар билдәләнә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Тура трансляцияны БЮТ, “Сәләм”, “Башҡортостан 24”, “Вся Уфа” һәм UTV телеканалдарында, шулай уҡ YouTube менән социаль селтәрҙәр аша ҡарарғала.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә йылдағыса 2021 йылға бурыстарҙы билдәләне.
Мөрәжәғәтнамә коронавирусҡа бәйле хәлдәрҙе бәйән итеүҙән башланды. Радий Хәбиров белдереүенсә, беҙ беренсе тапҡыр ошондай ҙур пандемия менән осраштыҡ. Ул бик күп ғүмерҙәрҙе алды, донъя иҡтисады һәм глобаль тотороҡлолоҡтоң бәкәленә һуҡты.
– Беҙҙең республика күп тапҡырҙар ауыр хәлдәрҙән лайыҡлы сыға алды. Пандемияға ҡаршы тороу йәһәтенән дә, федераль властар баһаһы буйынса, беҙ илдә иң яҡшыларҙан. Беҙ Владимир Путинға ваҡытлы һәм һөҙөмтәле ярҙамы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Ул биргән вәкәләттәргә ярашлы, беҙ тәүге көндәрҙән алып кешеләрҙе һаҡлау өсөн барыһын да эшләнек. Мин барлыҡ республика кешеләренә сикләүҙәргә аңлап ҡарауҙары, түҙемлелектәре өсөн рәхмәт әйтәм, – тине ул.
Шулай уҡ был сирҙән һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алдылар.
Читайте нас: