Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
3 Февраль 2021, 12:24

2020 йыл һабағы

Ифрат ҡатмарлы 2020 йыл байтаҡ һабаҡ бирҙе. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡайһы бер объекттарҙы тапшырыу ваҡыты һуҙылыуын, ҡарттар йортонда сыҡҡан янғын кеүек фажиғәләрҙе, ололарҙы һәм инвалидтарға социаль ярҙам күрһәтеүҙе ойоштороуҙағы етешһеҙлектәрҙе коронавирусҡа бәйле ауырлыҡтар менән аҡлап булмай.

Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелә - ифрат ҡатмарлы 2020 йыл был алымдың һөҙөмтәле булыуын күрһәтте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров проблемалы мәсьәләләргә иғтибарҙы йүнәлтә һәм хәл ителешендә аныҡ аңлатма талап итә. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡайһы бер объекттарҙы тапшырыу ваҡыты һуҙылыуы, ҡарттар йортонда сыҡҡан янғын кеүек фажиғәләрҙе иҫкәртеү, ололарҙы һәм инвалидтарға социаль ярҙам күрһәтеүҙә ойоштороу буйынса республика етәксеһе ҡәтғи саралар кәрәклеген билдәләне.
2020 йылда сәнәғәт етештереүе сағыштырмаса насар түгел, ауыл хужалығы тармағы былтыр ҡыуандырҙы һәм үҫеш күрһәтте. “Рәсәй буйынса дөйөм алғанда, сәнәғәт етештереүе индексы 97,1 процент тәшкил итте. Шуға күрә беҙҙең 98 процент кимәлендәге күрһәткесебеҙҙе һәйбәт тип иҫәпләйем, тик уны барыбер 100 процентҡа еткерергә һәм арттырырға кәрәк. Торлаҡ тапшырыу эше шулай уҡ яҡшы бара – 3,5 процентҡа күберәк. Дөйөм ил буйынса кәмеү күҙәтелә, ә беҙ ыңғай динамикала барабыҙ. Шулай булғас, йылдамлыҡты кәметмәйбеҙ, алда - мөһим бурыстар”,– тине Радий Фәрит улы.
Читайте нас: