ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Февраль 2021, 13:45

Улар сифат өсөн эшләй

Ҡарап тороуға матур, уңайлы тойолған пластик тәҙрәләргә лә зарланғандарҙы ишеткән бар. Уларҙың да төрлөһө була икән. Ҡайһылары сифатһыҙ пластиктан, быяланан яһалған, йә дөрөҫ ҡуйылмаған, етмәһә ел, туҙан инеп, «тирләп» йонсота.

Төймәләй тишектән дөйәләй ел инә, тигән һүҙҙәрҙе ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Улар күберәк сифатһыҙ тәҙрә, ишектәргә ҡарата әйтелә. Элекке ағас тәҙрәләрҙән гөжләп ел өрөп торғаны хәтерегеҙҙәлер. Ҡышын уларҙы төрлөсә көпләп, тишек-тошоҡ урындарын пластилин менән һылап, мамыҡ ҡыҫтырып, өҫтөнән ҡағыҙ йәбештереп мәж килә торғайныҡ. Ул заман күптән артта тороп ҡалды.
Пластик тәҙрәләр модаға инеп киткәс, кешеләр дәррәү ҡубып, шуларҙы ҡуйҙыра башланы. Ҡарап тороуға матур, уңайлы тойолған заманса тәҙрәләргә лә зарланғандарҙы ишеткән бар. Уларҙың да төрлөһө була икән. Ҡайһылары сифатһыҙ пластиктан, быяланан яһалған, йә дөрөҫ ҡуйылмаған, етмәһә ел, туҙан инеп, «тирләп» йонсота.
Һүҙ ҙә юҡ, тәҙрә етештереүсе фирмалар быуа быуырлыҡ хәҙер. Йәнең теләгәнен һайларға була, әммә ышаныслылары бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Һуңғылары иҫәбенә ҡаланың «Окна-Сервис» ойошмаһын индерергә мөмкин.
Ул 2007 йылдан алып эшләй. Бай эш тәжрибәһе, үҙ һатып алыусылары булған ойошма яҡын-тирә райондарҙа һәм ҡалаларҙа ла билдәле. Бөгөн уларҙың биш һатыу нөктәһе бар, етештергән тәҙрәләренә Салауатта, Күмертауҙа, Мораҡ менән Иҫәнғолда заказ бирергә була. Улар шулай уҡ ишектәр, тәҙрәләр өсөн бөтә төр жалюзиҙар етештерә, заманса түшәмдәр ҡуйыу менән дә шөғөлләнә.
Киләсәктә Алексей Сәләхов һәм Альберт Тимербулатов ошо йүнәлештәге эшмәкәрлекте артабан үҫтереү ниәте менән яна.
Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Екатерина Кликунова һәм район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов етәкселегендә уҙған сираттағы «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» ойошманың проекты буйынса фекер алышыуға арналды.
Билдәләнгән маҡсаттар ғәмәлгә ашһа, урындағы халыҡ өсөн бөтәһе 50-70 хеҙмәт урыны буласаҡ, тип көтөлә. Дөйөм инвестициялар күләме 12-15 миллион һум тәшкил итә.
Район етәкселеге ойошмаға ер участкаһы бүлеүҙә, кәрәкле документтар әҙерләүҙә ярҙам күрһәтәсәк.
Читайте нас: