Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
12 Февраль 2021, 19:25

Киләсәк быуынды хәстәрләп

Һәргәйҙәр киләсәктә ауылда балалар майҙансығы урынлаштырмаҡсы.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров үҙ Мөрәжәғәтнамәһендә халыҡтың йәшәү сифатын күтәреүгә, уңай шарттар булдырыуға ҙур иғтибар бүлеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Республикала Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы уңышлы эшләп килә. Халыҡ көнүҙәк мәсьәләләрҙе үҙе билдәләй һәм уларҙың сиселешенә ҡулынан килгәнсә булышлыҡ итә.
Программаны ғәмәлгә ашырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан бүленгән тәғәйен суммаға урындағы халыҡ, спонсорҙар үҙ өлөшөн индерә. Проектта бер биләмәнең йыл һайын ҡатнаша алыуы уның төп өҫтөнлөгө булып тора. Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса ауылдарҙа йыйылыштар үтә, унда ҡатнашҡан һәр кешенең фекере иҫәпкә алына.
Беҙҙең районда был йәһәттән байтаҡ эштәр башҡарыла: юлдар төҙөкләндерелә, зыяраттар кәртәләнә, урамдарға һыу үткәрелә, хужалыҡҡа кәрәк техника һатып алына, балалар майҙансыҡтары урынлаштырыла, биләмә өсөн мөһим объекттар төҙөлә. Һанай китһәң, эшләйһе эштәр бик күп.
Һәргәй ауылында ла ошо программала ҡатнашыуға бәйле йыйылыш уҙҙы. Унда Нөгөш ауыл биләмәһе башлығы Салауат Ғимранов, Нөгөш ауыл советы депутаттары ҡатнашты. Һәргәйҙәр киләсәктә ауылда балалар майҙансығы урынлаштырмаҡсы.
Ҡала ерендә генә түгел, ауылда ла сабыйҙар өсөн махсус майҙансыҡ берҙәй кәрәк.
Читайте нас: