Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Февраль 2021, 17:00

Беҙҙең район - алдынғылар иҫәбендә

Район хакимиәтендә бишенсе саҡырылыш район Советының сираттағы ултырышы үтте. Унда Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, уның урынбаҫарҙары, район Советы депутаттары, ҡала һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары, район-ара прокурор һәм башҡалар ҡатнашты.

Район хакимиәтендә бишенсе саҡырылыш район Советының сираттағы ултырышы үтте. Унда Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, уның урынбаҫарҙары, район Советы депутаттары, ҡала һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары, район-ара прокурор һәм башҡалар ҡатнашты. Көн тәртибенә район Советының 2020 йылғы эшмәкәрлегенә, райондың социаль-иҡтисади үҫешенә ҡағылышлы һорауҙар ҡаралды. Ултырыш барышында район Советы рәйесе Александр Суботин район Советының уҙған йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев үҙ сығышында республиканың дөйөм социаль-иҡтисади хәле, башҡарылған эштәр һәм ирешелгән һөҙөмтәләр менән таныштырҙы.
- Һеҙҙең район - байтаҡ күрһәткестәр буйынса алдынғылар иҫәбендә. Милли проекттарға ярашлы ҡала һәм ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса мөһим эштәр башҡарылған, улар киләсәктә лә дауам итәсәк. Зауыҡлы биләмәләр йылында башҡарылған эштәр буйынса районға 3-сө урын бирелде.
Башҡортостан Республикаһында «Иң яҡшы муниципаль тәжрибә» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында Нөгөш «Ауылда йәшәүселәр һәм ял итергә килеүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырыу» тәжрибәһе буйынса, «Ҡала төҙөлөшө, халыҡ өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү» номинацияһында 3-сө урын яуланы. Республика кимәлендә район «Ауыл хужалығы алдынғыһы» булараҡ билдәләнде. «Һөнәре буйынса иң яҡшы» конкурсында ла мәләүездәр призлы урындарға лайыҡ булды, - тине Борис Владимирович һәм киләсәктә лә уңыштар теләп, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкәндәрҙең хеҙмәтен баһалап үтте.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов үҙ сығышында уҙған йылға йомғаҡ яһап, киләсәккә маҡсаттар билдәләне, пандемияға бәйле ҡатмарлы осорҙа үҙгәрештәргә туҡталды.
- Беҙ халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Байтаҡ ыңғай һөҙөмтәләргә ирештек һәм был юҫыҡта эште киләсәктә лә дауам итәсәкбеҙ, - тине Рөстәм Наил улы.
Читайте нас: