ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
5 Март 2021, 15:40

Егәрле яйын табыр

Ялҡау сәбәп эҙләгәнсе, егәрле яйын табыр, ти халыҡ. Артур Самат улы КАМАЛЕТДИНОВ бөгөн Иштуған ауылында пилорама асыу ниәте менән яна.

«Өй һалыуы нимә ул, сутлайһы ла мүкләйһе». Йорт күтәргән саҡта йыш ҡабатланыҡ был һүҙҙәрҙе. Үҙебеҙҙе шул рәүешле йыуатҡанбыҙҙыр, тип уйлайым, сөнки өй төҙөүҙең ни икәнен башынан үткән кеше генә белә. Төҙөлөш материалдарына ҡытлыҡ заман түгел ине түгеллеккә, ә шулай ҙа ҡыйынлыҡтар сығып ҡына торҙо. Атайым, яҡын тирәлә пилорама булмағанлыҡтан, таҡта ярҙырып алыу өсөн Ырымбур өлкәһенә тиклем барып ҡайтҡанын хәтерләйем.
Райондың булдыҡлы эшҡыуары Артур Камалетдинов иһә яҡташтарын бындай мәшәҡәттән тулыһынса азат итмәксе. Ялҡау сәбәп эҙләгәнсе, егәрле яйын табыр, ти халыҡ. Артур Самат улы бөгөн Иштуған ауылында пилорама асыу ниәте менән яна. Был эште башлау өсөн йүнселдең ағас ташыу өсөн махсус машинаһы, бульдозеры, экскаваторы һәм башҡа кәрәкле техникаһы бар.
Район хакимиәтендә уҙған сираттағы «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә Артур Самат улы ошо эшкә ҡағылышлы проекты менән сығыш яһаны. Етәкселеккә ул ағас эшкәртеү цехын урынлаштырыу өсөн бина һорап мөрәжәғәт итте. Ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә Росреестр идаралығы етәксеһе Әхмәт Әбдрәшитов, баш архитектор Азат Килдебаев, милек менән идара итеү комитеты рәйесе Ирина Мансурова, Иштуған ауыл биләмәһе башлығы Ринат Әлмөхәмәтов ҡатнашты.
Был проект буйынса дөйөм инвестиция күләме 2 миллион һум тирәһе тәшкил итә. Урындағы халыҡ өсөн биш өҫтәмә хеҙмәт урыны барлыҡҡа киләсәк, тип көтөлә.
Район етәкселеге йүнселдең башланғысын хуплай һәм уға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.
Быға тиклем ағас эшкәртеү, таҡта ярҙырыу өсөн ситкә йөрөгән иштуғандар оҙаҡламай был эштәрҙе үҙҙәрендә генә башҡара аласаҡ.
Ауылдарҙа халыҡ хәҙер матур, етеш йәшәй. Күркәм йорттары, кәртә-ҡуралары әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итеп, үҙенә саҡырып тора уларҙың. Донъя көтөргә тырышып ятҡан егәрлеләр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу ниәте менән янған Артур Камалетдинов кеүек яҡташтар булғанда, эштәр күпкә еңеләйәсәк. Өй һалыуы нимә ул, сутлайһы ла мүкләйһе, тигән һүҙҙәр ҙә йорт күтәргәндәрҙе йыуатыу өсөн генә әйтелмәҫ, ә ысынбарлыҡта шулай булыр.
Читайте нас: