Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
21 Июнь 2021, 11:10

Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы юҡҡа сығарылды

Бөгөнгө оператив кәңәшмә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың мөһим яңылығынан башланды. Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы юҡҡа сығарыла. Указға Башҡортостан Башлығы ҡул ҡуйған.

Бөгөнгө оператив кәңәшмә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың мөһим яңылығынан башланды. Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы юҡҡа сығарыла. Указға Башҡортостан Башлығы ҡул ҡуйған. Киләсәктә был йүнәлештәр менән ике ведомство шөғөлләнәсәк. Башҡортостанда Спорт министрлығы барлыҡҡа килә. Ул физик культура һәм спорт өсөн яуаплы була. Министр итеп ошоға тиклем дә был вазифаны башҡарған Руслан Хәбибов тәғәйенләнде.
Икенсеһе, республикала Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты булдырыла. Ул йәштәр эштәре менән шөғөлләнәсәк. Ведомство етәксеһе булып, элекке спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры урынбаҫары Яна Гайдук тәғәйенләнде.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.
Читайте нас: