Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Июнь 2021, 23:33

Дәүләт Думаһына һайлауға әҙерлек

Мәскәүҙә уҙған "Берҙәм Рәсәй" съезында партия исеменән Дәүләт Думаһына һайлауҙа ҡатнашасаҡ кандидаттарҙың исемлеге һәм һайлау алды программаһы билдәләнде.

Мәскәүҙә уҙған "Берҙәм Рәсәй" съезында партия исеменән Дәүләт Думаһына һайлауҙа ҡатнашасаҡ кандидаттарҙың исемлеге һәм һайлау алды программаһы билдәләнде. Съезд һөҙөмтәләре буйынса, республиканан кандидаттарға Радий Хәбиров етәкселек итәсәк. Партияның төбәк исемлегенә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рима Үтәшева, партия Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһенең беренсе урынбаҫары Наталья Орлова, “Альфа-банк” идаралығы рәйесе урынбаҫары Владимир Сенин, Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм закондар сығарыу буйынса комитеты хеҙмәткәре Ирина Панькина, Дәүләт Думаһы депутаттары Ризван Ҡорбанов, Рима Баталова, Илдар Бикбаев, “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров ингән. Артабан исемлектә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев, Рәсәй Геройы Рафиҡ Ихсанов, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты директоры Илнур Сәлихов һәм Дәүләт Думаһы депутаты Инга Юмашева тора. Өфө бер мандатлы округы буйынса – Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев, Благовещен бер мандатлы һайлау округы буйынса – Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин, Белорет бер мандатлы һайлау округы буйынса – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Нефтекама бер мандатлы һайлау округы буйынса – ирекмән Раил Әҙиәтуллин, Салауат бер мандатлы һайлау округы буйынса – Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Стәрлетамаҡ бер мандатлы һайлау округы буйынса республика ЮХХДИ идаралығының элекке начальнигы Динар Ғилметдинов “Берҙәм Рәсәй” партияһы исеменән һайлауҙа ҡатнашасаҡ. "Башинформ".
Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: