Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
12 Ғинуар 2023, 11:15

Республикала Мортаза Рәхимовты һуңғы юлға оҙатыуҙы ойоштороусы комиссия төҙөлә

Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов 88 йәшендә донъя ҡуйҙы.

Республикала Мортаза Рәхимовты һуңғы юлға оҙатыуҙы ойоштороусы комиссия төҙөлә
Республикала Мортаза Рәхимовты һуңғы юлға оҙатыуҙы ойоштороусы комиссия төҙөлә

Республика Башлығы Радий Хәбировтың Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты ерләүҙе ойоштороу комитеты төҙөүгә күрһәтмә бирҙе. Указға ярашлы, уны республика етәксеһе үҙе етәкләй, урынбаҫарҙары - Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.

Уның ултырышы бөгөн, 12 ғинуарҙа, үтә. Мортаза Рәхимов менән бәхилләшеү 13 ғинуарҙа була. Мортаза Ғөбәйҙулла улы 2023 йылдың 11 ғинуарында 88 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте.

https://glavarb.ru/rus/

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: