ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Март 2023, 17:15

«Ҡырым яҙы» фестивале уҙа

18 мартта Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында Ҡырымдың һәм Севастополдең Рәсәйгә ҡушылыу уңайынан ойошторолған «Ҡырым яҙы» фестивале уҙа.

«Ҡырым яҙы» фестивале уҙа
«Ҡырым яҙы» фестивале уҙа

18 мартта Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында Ҡырымдың һәм Севастополдең Рәсәйгә ҡушылыу уңайынан ойошторолған «Ҡырым яҙы» фестивале уҙа. Сара майҙандарҙа, парк һәм скверҙарҙа, шулай уҡ музей, күргәҙмә һәм концерт залдарында, мәҙәниәт һарайҙарында үтәсәк.

13-17 мартта Өфөнөң Хәрби Дан музейы «Ҡырым - 1944» тип исемләнгән лекциялар, 14-17 мартта Милли музей мәктәп уҡыусылары өсөн «Беҙҙең яҡташтар - 1941-1945 Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡырымды азат итеүселәр» саралар ойоштора.

17 мартта, киске сәғәт 5-тә  баш ҡаланың Нестеров исемендәге музейында 8-се балалар музыка мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары концерт ҡуя.

17 марттан 17 апрелгә тиклем Өфөнөң Хәрби Дан музейы «Севастополь - урыҫ даны ҡалаһы» электрон күргәҙмәһе эшләйәсәк.

18 мартта республика халҡы «Ҡырым» нәфис фильмын ҡарай ала. Ул шәмбе көнө Баймаҡ, Бәләбәй, Белорецк, Благовещенск, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ишембай, Күмертау, Межгорье, Мәләүез, Нефтекамск, Учалы, Яңауыл ҡалаларында, Аҡъяр, Асҡар, Бүздәк, Борай, Үрге Йәркәй, Ермолаево, Йылайыр, Иглин, Инйәр, Ҡараиҙел, Ҡырмыҫҡалы, Красноусол, Краснохолм, Кушнаренково, Мораҡ, Приютово, Раевка, Иске Балтас, Иҫке Собханғол, Стәрлебаш, Толбазы, Учалы, Саҡмағош, Шаран, Языково ауылдарында күрһәтеләсәк.

Өфөләге М.В. Нестеров исемендәге Башҡортостан художество музейының музыкаль ҡунаҡханаһында «Ҡырым яҙы» республика акцияһы ойошторола.

Республиканың Милли музейына килеүселәр «Башҡортостанлылар: 1941-1945 Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡырымды азат итеүселәр» тип исемләнгән күргәҙмә ҡарай аласаҡ, шулай уҡ экскурсиялар ойошторола.

Өфө «Нур» татар дәүләт театры фойеһында иртәнге 10-дан «Баҡсаһарай фонтаны» спектакленән, көндөҙгө 12-нән «Юлда яҡтылыҡҡа эйә булып» театр тамашаһынан фотосюжеттар тупланған тематик күргәҙмәләр эш башлай. 19 мартта киске сәғәт 6-ла театр «Ҡырым һәм Рәсәй - уртаҡ яҙмыш» тип исемләнгән әҙәби-музыкаль ҡунаҡханаға саҡыра. 

Айгөл Нурғәлиева.

Альберт ЗАҺИРОВ фотоһы.

https://resbash.ru/news/obshchestvo/2023-03-16/v-bashkirii-proydyot-festival-krymskaya-vesna-3179136 

Автор:"Республика Башкортостан" гәзите

Автор:
Читайте нас: