Көнгәк
+14 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
22 Сентября 2018, 14:44

Старт бирелде

“Мәләүез шәкәр заводы” йәмғиәте сеймалды эшкәртеү миҙгелендә 300 мең тонна татлы тамыр ҡабул итергә әҙер.

Шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙарында эштең ҡыҙыу мәле: сентябрь башынан уңыш йыйыуға төшһәләр, заводҡа ҡабул итеү 14-нән башланды. “Мәләүез, Федоровка, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Ишембай райондарынан, шулай уҡ шәхси хужалыҡтарҙан да уны ҡабул итәбеҙ. Ошо осорҙа өҫтәлмә эш урындары ойошторола”, - ти директор урынбаҫары Илгиз Ниғмәтуллин. Хужалыҡтар менән килешеү төҙөлгән, татлы тамыр үҫтереүселәр менән ике яҡ өсөн дә ҡулай схема булдырылған.
Завод тәүлегенә 5-6 тонна сөгөлдөр ҡабул итә. Сеймал предприятие лабораторияһының бөтә талаптарына яуап бирә.
Читайте нас