Көнгәк
-14 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Август 2019, 12:03

Штраф һалынған

Район-ара прокуратура Мәләүез үҙәк район дауаханаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе буйынса тикшереү үткәрҙе.

Район-ара прокуратура Мәләүез үҙәк район дауаханаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе буйынса тикшереү үткәрҙе.
Уның барышында пациенттың медицина ҡағыҙҙарын һорап килеүе асыҡланды. Дауахана хеҙмәткәрҙәре уға билдәләнгән 30 көн эсендә яуап бирмәгән.
Мәләүез район-ара прокуратураһы ғәйепләнеүсегә Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоу кодексының 5.59 статьяһы (граждандарҙың мөрәжәғәт итеүҙәрен ҡарау тәртибен боҙоу) буйынса 5 мең штраф һалған. Яуаплы кешегә административ яза ҡаралған.
Айнур Яруллин, прокурорҙың өлкән ярҙамсыһы.
Читайте нас