Көнгәк
+17 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
23 Сентября 2019, 11:09

Күрше хаҡы - Тәңре хаҡы

- Күршем менән ер өсөн низағлашып йөрөйөм әле, һылыу, - тип һүҙ башланы таныш ағай. - Ярты метр ер өсөн көн-төн ғауғалашабыҙ.- Ҡайһығыҙға етмәй һуң ер? - ҡулына тотҡан бер ҡосаҡ ҡағыҙға ымлайым. - Һеҙгәме, әллә күршегеҙгәме?

- Күршем менән ер өсөн низағлашып йөрөйөм әле, һылыу, - тип һүҙ башланы таныш ағай. - Ярты метр ер өсөн көн-төн ғауғалашабыҙ.

- Ҡайһығыҙға етмәй һуң ер? - ҡулына тотҡан бер ҡосаҡ ҡағыҙға ымлайым. - Һеҙгәме, әллә күршегеҙгәме?

Был ағайҙың үтә лә тәртипле, намыҫлы һәм ғәҙел кеше икәнлеген белгәнлектән, моғайын да, бөтә ғәйеп уның күршеһендәлер, тип уйлап ҡуям. Булғанына риза булып, шөкөр ҡылып ҡына йәшәүсе ағай, ерле-юҡтан тауыш сығарып, ниҙер даулап йөрөмәҫ.

- Йорт һалғанда, ер мәсьәләһен хәл итеүсе органдарға барып, белгестәр саҡыртып, үҙемә тейешле сиктәрҙе билдәләтеп алғайным. Ҡат-ҡат үлсәп, документтарҙы дөрөҫ итеп эшләтеп алдым. Бына, барыһы ла ҡулымда. Бынан байтаҡ йылдар элек вафат булып ҡалған күршемдең буш торған йортона ҡалала йәшәүсе улы күсеп ҡайтты. Бар бәлә шунан башланды ла инде.

- Уның өлөшөнә инмәгәнһегеҙҙер ҙә?- тағы уның бер ҡосаҡ ҡағыҙҙарына күҙ ташлайым. - Документтарығыҙ тәртиптә, тиһегеҙ бит.

Ауыр көрһөнөп алғандан һуң, ағайым олоғайған көнөндә үҙенең күңелһеҙ хәлгә ҡалыуының сәбәбен аңлатырға керешә. Баҡһаң, улар ғүмер буйы ут күршеһе менән ер өсөн ғауғалашып йәшәгән. Мәрхүм күршеһе ике аралағы ҡойма-маҙарын алыштырғанда бағаналарын гел ағайҙың яғынараҡ инеп ултыртҡан, бураларын да күршеһе яғынараҡ сығарып төҙөгән, хатта бесәндең дә бер-ике бакуйын ағайҙың бесәнлегенән сабып алыр булған.

- Утындың утынын миңә бүленгән диләнкәнән урлап ташый торғайны, - ағай кешенең тауышы ҡалтырап китә. - Етмәгәс етмәне инде уға ер.

Бөтөрөнөп, бошонҡо ҡиәфәттә ултырған танышымды йәлләп китәм. Кеше өлөшөнә инеп, бар донъяны баҫып алырҙай булып йәшәгәндәр бар шул, ағай, тим, уны йыуатырға теләп.

- Ундайҙар бер рәхәт тә күрмәй күреүен. - Минең әйткәндәремде хуплап, һүҙен дауам итә танышым. - Күрше мәрхүмдең дә тормошо тормош булманы. Ер ҙә ер тип тартҡылаша торғас, бер-бер артлы балаларын ерләп бөттө. Әбейе үлеп киткәс, ошо эскесе улы көн күрһәтмәне үҙенә. Кеше диләнкәләренән ағас урлап һалған өйөндә ғүмер буйы тауыш-ғауға булды. Малына минең сабынлыҡтан бесән сабып ашата торғайны, улары ла мандыманы, йыл һайын мал ҡазаһы килеп торҙо бахырға. Мин үҙем ғүмер буйы хәләл көс менән йәшәнем. Кеше рәнйетмәнем, башҡалар өлөшөнә үрелмәнем, булғанына шөкөр итә белдем, һылыу. Атанан күрмәксе улы ла хәҙер ер өсөн тауыш сығара, йәнәһе лә, мин өйөмдө улар яғына ярты метрға сығарып һалғанмын. Өйөңдө һүттерәм, тип яр һала. Күрше хаҡын да уйламай оятһыҙ. Ғәйебем юҡлығын белһәм дә, тыныслығым бөттө, ашым аш, йоҡом йоҡо түгел хәҙер. Ни эшләп нәфсеһен тыймай икән был кеше тигәнең? Йәшәгәндә бик күп ер биләргә тырышып йөрөгәндәргә лә, булғанына шөкөр иткәндәргә лә баҡыйлыҡта бер тигеҙ өлөш бүленгәнен онотмаһын ине әҙәм заты...

Ағай менән һаубуллашып киткәс тә, байтаҡ ваҡыт башымда ҡайнашҡан уйҙарҙың осона сыға алмай аҙапландым. Ер, мөлкәт бүлешә алмай, донъя артынан ҡыуа кеше. Шул арҡала ут күршеһе, туғандары, яҡындары менән аралары боҙола. Булғандың ҡәҙерен белеп, әйләнә-тирәбеҙҙәгеләр менән дуҫ, татыу йәшәһәк ине.
Читайте нас