Көнгәк
+5 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
31 Декабря 2020, 21:00

Башҡортостанда йыл башынан 192 кеше янғында һәләк булған

Башҡортостанда йыл башынан 192 кеше, шул иҫәптән 7 бала янғында һәләк булды. Ошо хаҡта Хөкүмәттәге кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.

Уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда һәләк булыусылар һанының артыуы билдәләнә. Янғындың төп сәбәптәре — ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамалдарын һәм мейестәрҙе файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу.
Тәьҫирле иҫкәртеү сараһы сифатында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты 55 йәштән өлкәнерәк яңғыҙ йәшәгән фәҡир граждандарҙы янғын тураһында хәбәр иткән приборҙар менән тәьмин ителергә тейешле граждандар категорияһына индерергә тәҡдим итте.
Аҙ тәьмин ителгән һәм яңғыҙ граждандарға электр сымының, мейестең төҙөклөгөн тикшереүҙә ярҙам итеү ҙә янғынды иҫкәртеүҙең һөҙөмтәле сараһы булып тора. Әлеге ваҡытта ошондай ярҙам күрһәтеү механизмы әҙерләнә.
Читайте нас