Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ғинуар 2021, 02:00

Берҙәм көс менән уңыш яулайҙар

15-се “Гүзәл” балалар баҡсаһы коллективының традицияға әйләнгән саралары бик күп. Тәрбиәселәр көнө айҡанлы “Балалар иленә сәйәхәт” байрамын да йыл һайын үткәрмәкселәр, сөнки күңелле эстафета беренсе тапҡыр ойошторолоуға ҡарамаҫтан, бөтәһенә лә оҡшаны.

15-се “Гүзәл” балалар баҡсаһы коллективының традицияға әйләнгән саралары бик күп. Тәрбиәселәр көнө айҡанлы үткәргән “Балалар иленә сәйәхәт” байрамын да йыл һайын үткәрмәкселәр, сөнки күңелле эстафета беренсе тапҡыр ойошторолоуға ҡарамаҫтан, бөтәһенә лә оҡшаны.
Был көндә тамаша залында кескәйҙәр түгел, ә уларҙың педагогтары өс командаға бүленеп ярышты. Еңеүсе исемен яулау өсөн уларға биш төрлө һынау үтергә тура килде. Тәрбиәселәр йыр-бейеү оҫталығын, спорт һәләтен, кескәйҙәр психологияһын яҡшы белеүен иҫбат итте. Конкурстар араһында айырыуса “Балалар теле менән” викторина һорауҙарына яуап биреү ҡыҙыҡлы булды. Тәрбиәселәрҙә сәм дә, ғәм дә етерлек. Улар бөтә турҙа ла еңеүгә ынтылыш һәм ихтыяр көсө күрһәтте, һөҙөмтәлә - дуҫлыҡ еңде.
Алһыу Байсарова етәкләгән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы ҡалала балаларға башҡорт телендә интеллектуаль үҫеш һәм тәрбиә биреү буйынса маҡсатлы эшләгән баҡса иҫәпләнә. Унда бөгөн уҡытыу-тәрбиә биреү эшмәкәрлеген 21 тәрбиәсе алып бара. Шуның 2-һе, атап әйткәндә, Зөлфирә Абдулова һәм Наилә Әминева “Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы” маҡтаулы исеменә лайыҡ.

Һүрәттә: тәрбиәселәр үҙҙәрен бөтә яҡлап һәләтле икәнен күрһәтте.
Автор фотоһы.
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 78-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас