Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы, бар күрке әсә булыуҙа, тигән һүҙҙәр менән үҙәк район дауаханаһының бала тыуҙырыу йорто хеҙмәткәрҙәре тулыһынса килешә.
- Ысынлап та, сабыйын күкрәгенә ҡыҫҡан әсәнән дә матурыраҡ күренеш юҡ, - тип иҫәпләй медицина учреждениеһында егерме биш йыл эшләгән өлкән акушер Әлфиә Хисамова. - Быйыл ике айҙа район-ҡалала 55 бала тыуҙы. Һуңғы йылдарҙа күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы артты. Хөкүмәт тарафынан йылдан-йыл бала тапҡан ҡатындарҙы дәртләндереүгә, хуплауға, шулай уҡ уларҙы хәстәрләүгә ҙур иғтибар бүленә.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан ике әсәй ҡулына яңы тыуған сабыйын алып ҡыуанды. Мария Абдрафиҡова улы Данилға ғүмер бүләк итһә, Марина Иванова икенсе тапҡыр был бәхетте татыны. Уларҙың икеһенә лә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтан бүләк тапшырылды. Йәш әсәләр һәм уларҙың ғаиләләре, медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдереп, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы. Ә улар, үҙ сиратында, ғаиләләргә именлек, татыулыҡ, изгелек теләне.
Һүрәттә: өлкән акушер Әлфиә Хисамова йәш әсә Мария Абдрафиҡоваға изге теләктәрен еткерә.