Үрге Юлдаш ауылы халҡы медицина ярҙамынан мәхрүм түгел. Был тәңгәлдә улар үҙҙәрен бәхетлеләр исемлегенә индерә ала.
Ауыл ФАП-ы бөгөн 400-ҙән ашыу кеше хеҙмәтләндерә. Былтыр көҙ уның бинаһы Сибәғәт Ғәйнуллин етәкселегендәге Салауат исемендәге ауыл хужалығы кооперативы ярҙамында төҙөкләндерелде. Стена, түшәм тигеҙләнеп, буялды, иҙәнгә линолеум йәйелде, медпункттың биләмәһе профнастил менән кәртәләнде. Прививка һәм процедуралар бүлмәһе айырым эшләнде.
- Быға тиклем уның ҡыйығын ремонтлап, тәҙрәләрҙе, ишекте алмаштырғайнылар, - ти фельдшер Раушан Ишһарина. - Хужалыҡ етәкселеге фельдшер-акушерлыҡ пункты ауыл халҡының имен йәшәйешен тәьмин итеүҙәге мөһим факторҙарҙың береһе икәнлеген яҡшы аңлай, шуның өсөн форсаттан файҙаланып уларға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Ремонттан һуң фельдшерға яҡты, яңыртылған бинала эшләү генә түгел, ауылдаштарын ҡабул итеүе, ҡаршы алыуы ла күңелле.