Көнгәк
+15 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
13 Марта 2021, 08:15

Фәйләсуф Иммануил Канттың бәхет формулаһы

Кант кеше үҙе бәхетле булырға лайыҡмын тип уйлағанда ғына бәхетле була, тип иҫәпләй һәм уға нисек өлгәшергә түбәндәге кәңәштәрҙе бирә.

Кенигсберг университеты профессоры Иммануил Кант кеше тәбиғәте һәм уның ҡылыҡтары тураһында күп уйланған. Ул һәр кеше абсолют бәхет тойғоһона өлгәшә ала ти һәм һәр кемгә аңлайышлы ябай кәңәштәр бирә. Был ҡағиҙәләр 232 йыл элек яҙылған. Әммә бөгөн дә бик актуаль.
Кант кеше үҙе бәхетле булырға лайыҡмын тип уйлағанда ғына бәхетле була, тип иҫәпләй һәм уға нисек өлгәшергә түбәндәге кәңәштәрҙе бирә.
1.Бәхетле булып күренегеҙ.
Бында ул һәр ваҡыт йылмайып йөрөү тураһында әйтә. Йылмайған кеше тормошҡа ыңғай ҡарай һәм һөҙөмтәлә бәхет хисен күберәк кисерә. Ни өсөн шулай? Тормош – ул көҙгө кеүек, унда беҙ нимә күрһәтәбеҙ, шуны күрәбеҙ. Күңелһеҙ йөҙ менән көҙгөгә ҡараһағыҙ, унда бәхетһеҙ кеше ҡарай. Йылмайһағыҙ, көлһәгеҙ, көҙгөлә лә уның сағылышын күрәһегеҙ. Тормошта ла шулай: эргә-тирәгеҙгә лә тик ыңғай тойғолар, һүҙҙәр, фекерҙәр таратығыҙ, шатланығыҙ, көлөгөҙ. Шул ваҡытта ғына һеҙҙе уратып алған донъя һеҙгә шуның менән яуап бирер.
2.Бәхеткә лайыҡ булығыҙ.
Бының өсөн насар ҡылыҡтарығыҙҙан, зарарлы ғәҙәттәрегеҙҙән арынығыҙ. Мохтаж кешеләргә ҡулығыҙҙан килгәнсә ярҙам итегеҙ. Изге уйҙар, изге эштәр кешене рухи яҡтан байыта, үҙенә ҡарата ихтирам тойғоһо, үҙ баһаһы арта. Шундай саҡта ғына үҙеңде бәхетле тойорға мөмкин. Кант, Аллаһу тәғәлә кешегә тәртип һәм изгелекле булыу һәләтен биргән, ошо һәләттәрҙе арттырырға, үҫтерергә кәрәк, тигән. Тимәк, бәхетле булыу беҙҙең үҙебеҙҙең уйҙарыбыҙға, ҡылыҡтарыбыҙға бәйле.
3.Матди байлыҡҡа бәйләнмәгеҙ.
Матди байлыҡҡа ынтылған кеше һәр ваҡыт беренсе урынға уны ҡуя, өлгәшһә, уны юғалтыуҙан ҡурҡып, үҙен бәхет тойғоһон кисереүҙән мәхрүм итә. Байлыҡтан ҡолаҡ ҡаҡһа, бәхетһеҙлеккә дусар була. Был тормошта бер нәмә лә мәңгелек түгел, матди әйберҙәрҙе лә һаҡлап, тотоп булмай. Башҡалар хаҡында хәстәрлек күреү, мохтаждарға ярҙам итеү – бына бәхет хисен бирә торған эштәр, ҡылыҡтар.
4.Ғәҙәттәрегеҙҙе контролдә тотоғоҙ.
Кант билдәләүенсә, бәхет тойғоһон төрлө кеше төрлөсә кисерә: берәүгә - язанан ҡасыу өсөн кем өсөндөр судта ялған күрһәтмә биреү. Икенсегә – тәмле һый, өсөнсөгә – китап уҡыу... Бына шуның өсөн дә бәхетте һәр кем үҙенсә аңлай. Ғәҙәттәреңә баш була белеү, уларға бәйле булмау, үҙеңдең көсһөҙлөгөң өсөн ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо кисермәү ҙә бәхет хисен өҫтәй.
5.Юғары көскә ышанмайынса бәхетле булып булмай.
Кант агностик булған һәм ғалим күҙлегенән Аллаһы тәғәләнең булыу мөмкинлеге тураһында фекер йөрөткән. Уның әйтеүенсә, үҙенең күңелендә тойған әхлаҡ-әҙәп хисе кеше тыуғанда уҡ уға программа һымаҡ һалына. Шулай булғас, был программаны барлыҡҡа килтереүсе лә бар...
  • Әгәр кешенең әхлаҡлылығына дин дә ҡушылһа, ҡасан да булһа, бәхеткә өлгәшергә өмөт бар, - ти Кант.
  • Шулай итеп, Иммануил Кант, бәхет – ул үҙең һәм Юғары аң менән гармонияла йәшәү тигән фекергә килгән. Ошондай ваҡытта ғына кеше ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерә. Икенсе төрлө әйткәндә, әгәр эмоцияларығыҙҙы, теләгегеҙҙе контролдә тотһағыҙ, тормошто яҡшыраҡ иткән изгелек ҡылһағыҙ, бәхет хисен татырһығыҙ.
    Читайте нас